Новости
17 Ноябрь 2020, 08:05

Коронавирус, кит!

Бөгөн коронавирустың икенсе тулҡыны таралыу ихтималлығы бар, нисек уның аҫтында ҡалмаҫҡа һәм «тонсоҡмаҫҡа»? Һәр ҡайһыбыҙҙы ошондай ҡурҡыу хисе ялмап алған. Уны нисек еңергә? Һәм паникаға бирелгән кешеләрҙең һүҙенә ҡарамай, нисек физик һәм психологик сәләмәтлекте һаҡлап ҡалырға? Хәҙер беҙ медицинаны яҡшыраҡ аңлайбыҙ, үпкәнең нисә процентҡа зарарланыуын, сатурацияны нисек үлсәргә кәрәклеген беләбеҙ. Һәм, ниһайәт, күптәребеҙ ошо йылдың тиҙерәк тамамланыуын һәм мөғжизәле вакцина барлыҡҡа килеүен көтә.

Әммә ул ярҙам итерме икән? Ярҙам итер тип ышанабыҙ. Был сир менән ауырығандарҙы тыңлап, ирекһеҙҙән һағаяһың һәм үҙеңде ошо сир менән осрашыуға әҙерләйһең. Дарыуханаларҙан бөтә антибиотиктарҙы һатып алып, үҙ-үҙҙәрен дауалау менән шөғөлләнәбеҙ тип уйлаусылар ҙа бар. Әлеге мәкерле сирҙе үткәргән кеше тураһында һөйләп үтәһем килә. Мәҡәлә геройының үтенесе буйынса уның исемен әйтмәйбеҙ.
- Мин йәйен сирләнем. Ҡайҙа йоҡторғанымды белмәйем. Ҡоро йүтәлдән һәм юғары температуранан башланып китте, юғары температура аҙна буйына дауам итте һәм 39,9ға тиклем етте, өҫтәүенә тән ауыртыуы, һыҙланыу ҙа өҫтәлде. Тәм һәм еҫ тоймай башланым. Әммә иң ҡыйыны - хәл булмау.Табип саҡырттыҡ, билдәләнгән дауалау ярҙам иткән кеүек булды. Һәр хәлдә, мин шулай тип уйланым һәм эшкә сығырға йыйындым. Әммә, юҡ шул, рентген үпкәмдең 45% зарарлануын күрһәтте. Ашығыс ярҙам машинаһы менән мине Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталгә илтеп һалдылар. Башта палатала биш кеше яттыҡ. Һәр көндө уколдар, система, бер ус дарыу ҡабул иттем. Беренсе КТ-тикшереүҙе дауаханаға һалғанда, икенсеһен - сыҡҡанда яһанылар. Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтем сикһеҙ. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ – июль айы, эҫе, ә улар махсус костюмдарҙа. Уларҙың тирләгәне аҡ туҡыма аша күренеп тора. Кешеләрҙең һуңғы сиккә етеп эшләгәне лә асыҡ күренә. Өҫтәүенә, пациенттар күбәйеп, коридорҙа ла кушеткалар артҡандан- артты. Мин өйҙә изоляцияла ҡалған туғандарым өсөн борсолдом. Ҡатынымдың да температураһы бар ине, әммә бәхеткә күрә тест һөҙөмтәһе кире булған. Әгәр элек коронавирус тураһында яңылыҡтарҙан ғына белһәм, ковид-госпиталдә мин уның менән күҙгә күҙ осраштым. Бөгөн миңә яйлап хәл ҡайта, әммә күргән һәм кисергәндәремде берәүгә лә теләмәйем. Шулай уҡ дауаханабыҙ табиптары - Эльвира Йыһаншина, Илмира Вахитова һәм шәфҡәт туташы Светлана Хәйруллинаға рәхмәтемде белдергем килә. Улар килеп, мине тикшереп торҙолар, уларҙың иғтибары арҡаһында мин иҫән ҡалдым.
Коронавирус табиптарҙың һөнәре ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте. Был ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, билдәһеҙ инфекцияға беренсе булып ҡаршы торған кешеләр. Март айынан район дауаханаһының табип-участка терапевы Эльвира Йыһаншина ковид менән сирләгән пациенттарҙың өйҙәренә бара:
- Коронавирус инфекцияһы күпләп таралыу шарттарында паникаға бирелмәгеҙ тип әйтке килә. Әммә хәл-торошто дөрөҫ баһалау мөһим. Ҡәтғи рәүештә үтенәбеҙ - табиптар бөтә сараларҙы күреп өлгөрһөн өсөн ваҡытында медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Инфекция бик мәкерле, әммә беҙҙең стандарттар һәм дауалау тактикаһы бар. Бынан тыш, халыҡтың үҙенең дә ярҙамы кәрәк. Йәшерәктәр олораҡ ғаилә ағзаларына иғтибарлыраҡ булырға, уларҙың хәлен контролдә тоторға тейеш. Беренсе симптомдар булыу менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү зарур.
Әгәр һеҙҙең температурағыҙ күтәрелһә, тамағығыҙ ауыртһа, йүткереү барлыҡҡа килһә, алдан яҙылмайынса һәм амбулатор картаһыҙ, паспорт менән үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар дауалау кабинетына мөрәжәғәт итергә. Әгәр хәлегеҙ ауыр булһа, өйөгөҙгә табип саҡыртығыҙ. Белгес кенә хәлде дөрөҫ баһалай ала. Ныҡлы сирләгән ауырыуҙарҙы беҙ ковид-госпиталгә ебәрәбеҙ. Халыҡ медицинаһы менән дауаланырға уйламағыҙ ҙа, ауырыуҙың көсәйгәнен көтмәгеҙ.
- Тест һөҙөмтәһе ыңғай икәнен белеп тә Һеҙгә сирлене ҡарауы ҡурҡыныс түгелме? Ҡайһы саҡ Һеҙгә бер өйҙә йәшәгән ике сирлене ҡарарға тура килә бит, - тип ҡыҙыҡһынам мин.
- Ниндәйҙер ҡурҡыу тураһында уйларға ваҡытым юҡ. Миңә тиҙерәк сирлеләргә ярҙам итергә, уларҙың хәлен еңеләйтергә кәрәк, - тип яуап бирҙе Эльвира Мөхтәр ҡыҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, март айынан медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары һәм спецификаһы үҙгәрҙе. Уларға һаҡлағыс костюмдарҙа, экрандарҙа, бирсәткә һәм битлектәрҙә эшләргә тура килә. Был бөтәһенең дә хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. Уларҙы бер-нисә сәғәт сисмәй йөрөү еңел түгел, әлбиттә, әммә табиптар быға өйрәнә.
Был турала үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Вадим Алтынсурин да һөйләй, ул бындай костюмды тәүлек әйләнәһенә сисмәй йөрөй:
- Һуңғы ваҡытта саҡыртыуҙар ярайһы уҡ йышайҙы. Көндөҙ линияға бер бригада сыға. Беҙ мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә тырышабыҙ. Әгәр сирленең хәле ауыр булһа, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһенә алып киләбеҙ. Әгәр күрһәткестәр уртаса булһа ярҙам күрһәткәндән һуң уны өйөндә ҡалдырабыҙ һәм был турала табип-участка терапевына хәбәр итәбеҙ. Күбеһенсә оло йәштәге кешеләр сирләй. Шуға күрә, бындай категорияға ингән кешеләргә мотлаҡ карантин сараларын үтәргә һәм һаҡланырға кәрәк.
Әгәр һеҙ һаман да коронавирусҡа ышанмайһығыҙ икән - был һеҙгә йәки яҡындарығыҙға ярҙам кәрәккәнгә тиклем генә шулай буласаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре, ысынлап та, ныҡ арыған, әммә улар өмөттәр юҡ тиерлек саҡта ла һәр пациент өсөн көрәшәсәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һәм аҙ ғына булһа ла әле һеҙҙең һаулығығыҙ һағында торған табиптар, медицина шәфҡәт туташтары, санитарҙар, ашығыс медицина ярҙамы водителдәре һәм ирекмәндәр тураһында уйлағыҙ.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Фотолар
Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы сайтынан алынды.
Читайте нас