Новости
17 Ноябрь 2020, 07:53

200 балаға - заманса гаджет

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһына ярашлы, республиканың мәктәп уҡыусыларына гаджеттар тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, пандемия шарттарында дистанцияла уҡырға күскән уҡыусыларға ярҙам йәһәтенән булдырылған “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһы дауам итә. Акция социаль йәһәттән можтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға онлайн-форматта белем алыуға мөмкинлек булдырыуҙы, уларҙы гаджеттар менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уларҙың исемлеге муниципалитеттарҙың мәғариф бүлектәре тарафынан әҙерләнде.
“Беҙҙә коронавирус инфекцияһы көсәйеүҙең икенсе этабы менән бер рәттән мәктәп уҡыусыларының дистанцияла белем алыуға күсеүенең дә икенсе этабы бара. Пандемия белем сифатына йоғонто яһарға тейеш түгел. Үкенескә ҡаршы, бөтә балалар ҙа техник йәһәттән бер кимәлдә тәьмин ителмәгән. Бөгөн аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 200 бала заманса гаджеттар ала. Улар уҡыусыларға белем алыуҙы өйҙә дауам итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
“Беҙ тәү сиратта күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм 9-сы класс уҡыусыларына өҫтөнлөк бирҙек”, – тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев.
Белеүебеҙсә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм "Роспотребнадзор" идаралығы күрһәтмәләренә ярашлы, 9 ноябрҙән 6–10-сы класс уҡыусылары дистанцияла уҡый башланы. Республикала был кластарҙа уҡыусылар һаны 200 меңдән ашыу иҫәпләнә, шуларҙың 42 меңе – туғыҙынсылар.
Бынан тыш, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уҡытыусыларға, уҡыусыларға ете меңдән ашыу мәктәп компьютеры ваҡытлыса ҡулланыуға бирелгән.
Белешмә өсөн: “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” проекты, коронавирус инфекцияһы башланыу сәбәпле, быйыл мартта старт алғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур компанияларҙың бағыусылыҡ ярҙамы менән мәктәп уҡыусылары өсөн 823 гаджет һатып алып тапшырылған.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас