Новости
10 Ноябрь 2020, 07:51

Тырышлығы өсөн лайыҡлы бүләк

Уҙған аҙнала республиканың Хөкүмәт йортонда “Уңыш-2020” конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бүләкләү тантанаһы булды.

Һөҙөмтәлә, иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы, иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы, иң яҡшы иген урып-йыйыу комбайндары операторҙары, ерҙе туңға һөрөүҙә иң яҡшы механизатор, шулай уҡ ашлыҡ ташыу буйынса иң яҡшы йөк машинаһы водителе һайланды. 20 еңеүсе «Лада Нива» автомашинаһы менән бүләкләнде.
Улар араһында “Урожай” йәмғиәте механизаторы Айнур Ғәскәров (һүрәттә) бар. Хужалыҡта күптән түгел генә – ни бары дүрт йыл эшләй. Әммә егеттең рәсми булмаған хеҙмәт стажы байтаҡ. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ урып-йыйыу эштәре ваҡытында комбайн штурвалы артына ултыра. Техникала эшләү өсөн хатта дәрестән дә ҡасҡан саҡтары була. Механизатор белгеслеге буйынса уҡып сыҡҡас, “Урожай” йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Уға һәр техниканы, трактор булһынмы, йә комбайнмы, ышанып тапшырырға мөмкин. Ағымдағы ҡыҙыу урып-йыйыу эштәрендә ул «Вектор 410» комбайнында эшләгән.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡлы бүләк! Айнурҙың шундай бүләк алыуы - тырышлыҡ һәм эшһөйәрлектең үҙ һөҙөмтәһен биреүен асыҡ дәлилләй.
Фаягөл ЙОСОПОВА.
Фото А.ҒӘСКӘРОВ трафынан бирелде.
Читайте нас