Ул Тәтер-Арыҫлан ауылынан алыҫ түгел Тарлау (хәҙер ул юҡ инде) тигән бәләкәй генә ауылда донъяға килә. Хәҙисә һәм Ғиләж Ғәйфуллиндар ғаиләһендә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда биш ҡыҙ үҫә. Атайҙарын фронтҡа алалар, ә уларҙың хатта йәшәр урыны ла булмай. Сөнки атайҙары Тәтер-Арыҫланға күсереп һалыу өсөн өйҙәрен һүтә, ә уны яңынан күтәрергә өлгөрмәйҙәр. Хәҙисә колхоз идаралығына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша. Шунда уларға бүлмә бирәләр. Балаларын туйҙырыр өсөн ул һауынсы булып та эшләй, ә төнөн балалар йортонда ҡарауылда тора.
- Әсәйебеҙ беҙҙе ас итмәне, - тип һөйләй Сәүиә апай. – Ул беҙгә йәшереп кенә һөт алып ҡайта ине. Үҙебеҙ ҙә һыйыр аҫраныҡ. Бесән сабып, бәләкәй генә һалып арбала ташый инек. Ул арба бик ауыр була торғайны, әммә ғүмеребеҙ шуға бәйле булыуын яҡшы аңлай инек.
Һуғыш йылдары тураһында хәтирәләр әңгәмәсемә еңел бирелмәй. Атайҙары фронтта һәләк була, әсәйҙәре иһә башҡа кейәүгә сыҡмай. Үҙен эшкә һәм ҡыҙҙарына бағышлай. Ә улар – һуғыш осоро балалары, дүртенсе кластан баҫыуҙа сүп утай, ураҡ ваҡытында ярҙамлаша, ололар ҡушҡандың барыһын да эшләй.
- Мин уҡырға ярата инем, - тип хәтерләй ул. – Ҙур ҡалаларҙан эвакуацияланған бик яҡшы уҡытыусылар белем бирҙе. Беҙҙең мәктәптән бик күп табиптар, нефтселәр, уҡытыусылар сыҡты.
Ҡыҙ медицина училищеһына уҡырға инеү тураһында хыяллана. Әммә өлгөрмәй һәм документтарын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу училищеһына тапшыра.
- Стипендияны яҡшы уҡығандарға ғына бирәләр ине. Өйҙән ярҙам булмағанлыҡтан, мин бик тырышып уҡыным, - ти Сәүиә Ғиләж ҡыҙы. – Бер арыш икмәге өсөн төн буйына икмәк комбинатында эшләргә тура килде. Өйгә бик һирәк, юлда осраған машиналарҙа – районға алып ҡайтығыҙ әле, тип һөйләшеү буйынса ғына ҡайта инек. Йәйәү ҡайтҡан саҡтар ҙа йыш булды.
Районға диплом алып ҡайтҡас, Сәүиә Ҡарағош, Тормай ауылдарында эшләй. Артабан уны балалар китапханаһына мөдир итеп саҡыралар. Бында 33 йыл эшләй. Күп ваҡыт ул минең әсәйем Ғәлиә Ғүмәр ҡыҙы Хәлимова менән бергә эшләгән, уны яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Балалар менән генә түгел, һәр кем менән уртаҡ тел таба, һәр кешелә, тәү сиратта, ыңғай сифаттар ғына күрә, күңелһеҙлектәргә иғтибар итмәйенсә, ярҙам ҡулы һуҙырға, ҡыйын хәлдәрҙе уйын-көлкө менән шымартып ебәрергә оҫта кеше Сәүиә апай. Уның йәнәшәһендәгеләргә һәр саҡ еңел. Күңеленә нисек кенә ауыр булмаһын, йөҙөнә сығармай, һәр саҡ йылмая һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә.
Ул кейәүгә сыға, өс ул тәрбиәләп үҫтерә, улар әсәһенә һәр саҡ ярҙамсы була. Күмер ташып мейес яғалар, сөнки китапханалар оҙаҡ йылдар мейес яғып йылытыла.
Төп эше – китаптар биреү, яңыларын туплауҙан тыш, китапханаларҙа барлыҡ даталарға ҡарата саралар үткәрелә. Бынан тыш, китапханасылар урындағы радио аша, мәктәптәрҙә сығыш яһай, үҙҙәренә табип, уҡытыусы, янғын һүндереүсе, милиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра, балалар менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат китапханаларына экскурсияларға йөрөй һ.б.
1970 йылда ул коммунистар партияһы сафтарына инә һәм коммунист булараҡ йәнә ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Үҙешмәкәр сәнғәткә етәкселек итә, күрше райондарға концерттар менән барыуҙы ойоштора. Әлбиттә, үҙе лә сығыш яһай. Уның башҡарыуында дәртле татар халыҡ бейеүҙәре өлкән быуын вәкилдәренең әле лә хәтерендә һаҡлана.
- Ғүмер бик тиҙ үтеп китте. Яңы ғына эшләй башлаған кеүек инем, хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт килеп еткән, - тип йылмая ул.
Әммә Сәүиә апай өйҙә ултыра торғандарҙан түгел. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тағы 12 йыл киновидео селтәрендә кассир булып эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 45 йыл!
- Әсәйебеҙ ысын коммунист, күңеле менән шундай булып ҡалды һәм үҙенең партия билетын әле лә паспорт менән бергә ҡәҙерләп һаҡлай, - ти Сәүиә апайҙың улдары Наил менән Фәнил. Улар бергә йәшәйҙәр һәм әсәйҙәре тураһында хәстәрлек күрә.
Ҙур булмаған өйҙә тәртип һәм таҙалыҡ.
Сәүиә апайҙың үҙ мөйөшө бар. Унда радио тыңлай, гәзит уҡый. Эйе, ул әле лә уҡырға ярата һәм район гәзитенә өҫтөнлөк бирә.
- Өлкән улым Шамилды ҡунаҡҡа көтәбеҙ, - тип шатлығын йәшерә алмай юбиляр. – Ул Камчаткала йәшәй, ҡунаҡҡа бик һирәк ҡайта. Бына минең юбилейыма ҡайтырға булды.
- Мин бәхетле ҡатын, - тине хушлашҡанда миңә Сәүиә апай. – Ғүмеремде яратҡан эшемә бағышланым, яҡшы кешеләр менән эшләнем. Йәш хеҙмәттәштәрем әле лә һаулығымды һорашып тора, бының өсөн уларға рәхмәтлемен. Улдарымдың да, туғандарымдың да яратыуына, хәстәрлегенә сорналып йәшәйем. – Үҙ аяғымда йөрөйөм, телевизор ҡарайым, уҡыйым, аралашам. Оло йәшкә еттем. Шуға күрә: “Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, яҙмыш!” тип әйткем килә.