Новости
10 Ноябрь 2020, 07:50

Бер аҙым алда булырға кәрәк

Полиция составында иҡтисади һәм коррупция йүнәлешендәге енәйәттәрҙе иҫкәртеү, асыҡлау һәм бөтөрөү, шулай уҡ уларҙы әҙерләүсе, ҡылыусы кешеләрҙе асыҡлау менән шөғөлләнеүсе подразделение бар. Тап ошонда, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу подразделениеһында полицияның өлкән оперуполномоченныйы, майор Руслан Сәйетов (һүрәттә) эшләй.

Руслан үҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, әммә ул инде районда үҙ кеше, сөнки 2013 йылдан алып эшләй һәм хатта бында өй ҙә һалып өлгөргән. Тәүҙә район үҙәгендә участка уполномоченныйы була, артабан тәүтикшереү бүлегендә эшләй һәм йылдан ашыу инде дәүләт милкенә ҡул һуҙыусылар, вазифа вәкәләттәренән файҙаланыусыларға ҡаршы көрәшә. Етәкселек әйтеүенсә, уның эше ҡатмарлы, юридик ҡына түгел, иҡтисади закондарҙы, кеше психологияһын белеү, факттарҙы анализлауҙы, сағыштыра белеүҙе, хеҙмәткәрҙәрҙән яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ, принципиаллек, үҙ ҡарашын яҡлау белеүҙе талап итә. Руслан Рәшит улы, улар әйтеүенсә, барлыҡ ошо сифаттарға эйә.
- Белемем етмәүен тойһам, өлкән иптәштәремә мөрәжәғәт итәм, һәр ваҡыт уларҙан ярҙам һәм хуплау табам, - ти Р.Сәйетов. – Беҙҙең эштә һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы нимәләр өйрәнеү мөһим. Закондарҙы боҙоусылар ҙа бер урында тормай, камиллашалар, шуға күрә уларҙан һәр ваҡыт бер аҙым алда булырға кәрәк.
Ҡатмарлы эш, хеҙмәт көнө сикләнмәгән булғанлыҡтан, ышаныслы тыл булыуы айырыуса мөһим. Русландың тормош иптәше Регина иренең хеҙмәтенең ауыр булыуын яҡшы аңлай. Әлеге ваҡытта ул бәләкәй бала менән декрет ялында. Ғаиләлә ике бала. Ауыр эш көнөнән һуң ғаилә үҙҙәренең уңайлы иркен өйөндә йыйыла. Ә 10 ноябрҙә Русландың һөнәри байрамын – РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйҙәр. Гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән Руслан Рәшит улына һәм уның хеҙмәттәштәренә районда закон һәм тәртипте һаҡлау буйынса изге хеҙмәттәрендә сәләмәтлек, көс һәм ныҡышмалылыҡ теләйбеҙ.
Рәйсә МУСИНА. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас