Новости
10 Ноябрь 2020, 07:53

Атай-әсәйебеҙ көслө рухлы, Ватанына һәм бер-береһенә тоғро булды

Ағымдағы йыл илебеҙҙә Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 75 йыллығы билдәһе аҫтында үтә. Илдә, республикала, районда саралар, ветерандар менән осрашыуҙар, кесе парадтар үтте. Район гәзитендә даими рәүештә һуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәренең балаларының хәтирәләре, шул йылдар тураһында мәҡәләләр баҫыла. Ошо изге, шул иҫәптән патриотик-тәрбиәүи эштә район гәзите ветераны, журналист Мансур Ғиззәтуллин ҙур эш алып бара. Гәзиттең һәр һанында тиерлек уның һуғыш ветерандары тураһында мәҡәләләре, улар менән әңгәмәһе бар, һәм беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа булмаған яҡташтарыбыҙҙың хәрби биографияһы тураһында яңынан-яңы факттар беләбеҙ. Тәбиғи, Мансур Фәйҙулла улы ваҡытында бөтә ветерандар менән дә осраша алмаған, сөнки улар бик күп булған. Шуға күрә мин атайым, ике – граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Басир Ғиниәт улы Ишмөхәмәтов тураһында һөйләгем килә.

Ул Тәтер-Арыҫлан ауылында ХХ-се быуат башында ярлы ғаиләлә тыуа. Уға ни бары ике йәш булғанда әсәйһеҙ ҡала һәм үгәй әсәй менән үҫә. Бала саҡтан уҡ урындағы байҙарға эшләй, нигеҙҙә, көтөү көтә.
Холҡо буйынса аҙ һүҙле кеше була, үҙе тураһында һөйләргә яратмай. Бында яҙғандарҙың барыһын да әсәйемдән белдем. Граждандар һуғышы ваҡытында Тәтер-Арыҫлан ауылынан йәш егеттәрҙе аҡтар үҙҙәренә ҡушырға теләгән. Улар ҡасып, Болғар ауылы эргәһендәге урманда йәшенгән. Был турала мин уҙған йылда шул егеттәрҙең береһенең улынан белдем. Атайымды Тәтер-Арыҫлан ауылына разведкаға ебәрәләр. Унда барып ҡайтҡас ул ауылға ҡыҙылдар килеүе тураһында хәбәр итә һәм Ҡыҙыл гвардия отрядына ҡушылалар. Был Зәки Вәлиди отрядтары булғандыр, бәлки, һуңынан алыштар менән Петроградҡа тиклем барып етәләр. Шуларҙың береһендә атайымдың янбашы яралана һәм уны өйгә ҡайтарып ебәрәләр.
Граждандар һуғышынан һуң ул өйләнә, уның өс ҡыҙы тыуа. Тәтер-Арыҫлан ауылында колхоз булдырылғас тәүгеләрҙән булып уға атайым инә, көтөүсе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул йәше еткән ир, ғаилә башлығы була. 1941 йылдың ноябрендә уны фронтҡа ебәрәләр.
Мин бәләкәй булғанда уны һуғыш тураһында һөйләүен һорай инем. Атайым һәр саҡ баш тартып: “Мин күргәнде һәм кисергәнде, Аллам һаҡлаһын, һеҙгә күрергә яҙмаһын”, ти торғайны. Атайымдың яу юлы тураһында әсәйемдең һөйләүенән генә белдем.
1942 йылдың июненә тиклем атайым фронтта була. Кем булып, ҡайҙа хеҙмәт итеүе билдәһеҙ. Минең ике туған ағайым һөйләүе буйынса, атайым разведчик булған. Быны ул ике фронтовик – минең һәм уның атаһының һөйләшеүенән генә белә. Бәлки, шулайҙыр ҙа. 1942 йылдың июнендә атайым әсирлеккә эләгә. Был Молдавияла була. Һуңынан уларҙы Румыния территорияһындағы концлагерға күсерәләр. Был турала мин «Мемориал» сайтында уҡыным. Лагерҙа атайым аслыҡ-яланғаслыҡ, йәбер-золом, туҡмауҙар, мыҫҡыллауҙар аша үтә. Тотҡондар төркөмө менән улар ҡасырға ҡарар итә, әммә уларҙы бер нисә көндән тоталар һәм төрлөсә язалайҙар – ҡулдарын артҡа бәйләп аҫып ҡуялар. Ошо язалауҙар һөҙөмтәһендә һуғыштан һуң атайымдың ҡулдары эшләмәй башлай, улар ҡамсы кеүек һалынып тора ине һәм ул үҙ-аллы кейенә, йыуына алманы.
Атайым бер генә тапҡыр бер рус кешеһе тураһында һөйләне, ул кеше коммунист булғандыр, моғайын. Ул әсирҙәрҙе ныҡ булырға, бирешмәҫкә әйҙәгән, Тыуған иленә хыянат иткән һатлыҡ йән Власов командалыҡ иткән Рус азатлыҡ армияһына яҙылмаҫҡа ҡушҡан. Ә ундайҙар булды һәм уларҙы беҙҙең алда оҙон өҫтәл артында һыйлайҙар ине, әммә кемдер был турала еткереп, шул урыҫты беҙҙең күҙ алдында атып үлтерҙеләр, тип хәтерләй ине атайым.
Атайым икенсе тапҡыр ҡаса, төркөм менәнме, үҙеме, белмәйем. Уны йәнә тоталар, был юлы аяуһыҙ язалайҙар – муйынынан аҫып ҡуялар ҙа, тонсоға башлаһа ебәрәләр. Ул йәнә иҫән ҡала, әммә шул язалауҙарҙан һуң йүнләп ашай алманы. Шыйыҡ бутҡа ғына ашаны. Әсәйем уға һәр саҡ айырым бешерҙе.
«Мемориал»дағы яҙыуҙарҙан белеүемсә, уларҙы 1944 йылдың октябрендә азат итәләр, тимәк, атайым лагерҙа ике йылдан ашыу була. Азат ителгән әсирҙәрҙе запас полкка ебәрәләр, унда атайым сирләй – бер нимә лә ашай алмай һәм уны комиссиялайҙар. 1944 йылдың декабрендә ике һалдат үлер сиккә еткән атайымды өйөнә алып ҡайта. Ә унда сит кешеләр йәшәй, ҡатыны һәм ҡыҙҙары булмай. Һуңынан асыҡланыуынса, улар Ырымбур өлкәһендә аслыҡтан һәләк була.
Атайымды туғандары үҙенә ала, шулай итеп ул ҡышлай, бер аҙ көс-хәл йыя. Туғандарының береһе уны беҙҙең әсәйебеҙ менән таныштыра, әсәйебеҙҙең ире яу яланында башын һала, ә балаһы мәрхүм була. Шулай итеп, 1945 йылдың майында ике яңғыҙ йөрәк ғаилә ҡора. Улар фермала малсылар өйөндә йәшәй, әммә оҙаҡламай Федоровка районының Болғар ауылына күсенергә ҡарар итәләр, унда атайымдың бер туғаны йәшәй.
Иҫке өй һатып алалар, төкөтмә төҙөйҙәр. Федоровка районының Ҡоро Иҙәк ауылынан әсәйебеҙ Ғәзипкамал Садиҡ ҡыҙы көслө рухлы, оҙон буйлы, сибәр, егәрле, изгелекле ҡатын була. Атайым инвалид һәм йәш аралары күп булыуға ҡарамаҫтан, ул ғүмере буйына уны тәрбиәләне, атайым мәрхүм булғансы - 1980 йылға тиклем хәстәрләп ҡараны.
Болғар ауылында беҙ – уларҙың дүрт улы тыуҙыҡ. Әсәйем колхозда, урмансылыҡта эшләне һәм һәр ерҙә уны хөрмәт иттеләр. Болғарҙа халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәне, был турала өлкән ағайыбыҙ Наил һәр саҡ һөйләй. 1962 йылда беҙ кире Тәтер-Арыҫлан ауылына күсендек, сөнки әсәйем өлкән улына Болғарҙан Тәтер-Арыҫланға мәктәпкә йөрөүе бик ауыр булыуын күрә ине. Ул ғүмер буйына үҙе уҡый алмағанына үкенде һәм беҙҙең белем алыуыбыҙҙы теләне. Беҙ уның хыялын тормошҡа ашырҙыҡ – юғарыу уҡыу йорттарын тамамланыҡ, эшләнек һәм әле лә эшләйбеҙ.
Әсәйем һуғыш ваҡытында тылда барлыҡ ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтарҙы кисергән. Фермала, тракторҙа эшләгән, фронт алды һыҙығында эшләү өсөн йәлеп ителгән. Һуңғы йылдарҙа уның аяҡтары бик һыҙланы, ул саҡ йөрөй ине. 97 йәшендә вафат булды.
Ата-әсәйемдең юбилей миҙалдарынан башҡа дәүләт наградалары булманы, әммә беҙ, уларҙың балалары, ҡәҙерлеләребеҙ менән һәр саҡ ғорурландыҡ һәм ғорурланабыҙ, сөнки улар үҙ иңендә бихисап ауыр һынауҙар кисергән, һаулыҡтарын юғалтҡан һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән. Улар быуынының батырлығы, ҡыйыулығы, ныҡлы рухлы булыуҙары, эшһөйәрлеге арҡаһында бөгөн беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында бәхетле йәшәйбеҙ. Улар алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ.
Әнүр ИШМӨХӘМӘТОВ,
Стәрлебаш ауылы.
Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас