Өлкән йәштәге инәйҙе 24 октябрҙә ике яҡлы вируслы пневмония менән йоғошло ауырыуҙар госпиталенә һалалар.
Коронавирустан тыш, уның хәле етди ауырыуҙары менән дә ҡатмарлаша. Ләкин йөҙйәшәр инәй бирешмәй. Хәле интенсив терапия ҡулланмай тиҙ арала яҡшыра.
Ошо көндәрҙә Зәриғә инәй дауахананан сыҡҡан. Табиптар билдәләүенсә, оло йәштәге инәйгә вируслы сирҙе еңергә рух ныҡлығы ярҙам иткән.
Фото: minzdravrt