Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
2 Ноябрь 2020, 09:07
Дарыуханаларҙа термометрҙар менән хәл нисек?
Һуңғы осорҙа күптәр дарыуханаларҙа тән температураһын үлсәү өсөн тәғәйенләнгән термометрҙарҙың, ябай итеп әйткәндә, градусниктарҙың булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Пандемия осоронда ошоноң ише тауарҙарға һорауҙың артыуы аңлашыла.
Пандемия шарттарында тауарҙарҙы маркировкалау системаһы дарыуханаларҙан килгән заказдар ағымын эшкәртеп өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә, келәттәрҙә тауар булған хәлдә лә ул дарыухана кәштәһенә ваҡытында һәм етерлек күләмдә барып етә алмай, һөҙөмтәлә әлеге дефицит күренеше тыуа килде. Әлеге ваҡытта, маркировкалауҙың ябайлаштырылған алымы ғәмәлгә индерелеү менән, хәлдәр яҡшыға табан үҙгәреш алды.
Терегөмөшлө термометрҙарға килгәндә, уларҙың дарыухана кәштәләренән юҡҡа сығыуын белгестәр түбәндәгесә аңлатты. Терегөмөш буйынса Минамат конвенцияһына ярашлы, 2013 йылда донъяның 90 дәүләте 2021 йылдың 1 ғинуарына терегөмөш ҡулланыуҙан баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәсәй был килешеүгә 2014 йылда тағы ла 28 ил менән бергә ҡушылды. Әлеге конвенцияға ярашлы, донъя илдәре үлсәү ҡорамалдары, лампалар, антисептиктар, тәнде ағартыусы косметик саралар етештереүҙә тулыһынса терегөмөштән баш тартырға ҡарар итте.
Ошо сәбәпле терегөмөшлө термометрҙар әкренләп ҡулланылыштан тулыһынса сығасаҡ. Әлеге ваҡытта дарыуханалар селтәрендә электрон градусниктарға дефицит күҙәтелмәй. Был хаҡта тейешле хеҙмәттәр ҙә белдерҙе.
- 28 октябрҙә Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы дарыуханаларында термометрҙарға ҡағылышлы хәл-торошто тикшерҙе. Баш ҡаланың барлыҡ биләмәһе, шул иҫәптән ҡала үҙәгенән ситтә урынлашҡан дарыуханалар ҙа иғтибарға алынды. Дөйөм алғанда, электрон термометрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Градусниктар бер нисә дана ғына ҡалған ҡайһы бер дарыуханаларҙа уларҙың запасын тулыландырыу мәсьәләһе шунда уҡ хәл ителде, - тип белдерҙе ведомство министры урынбаҫары Тимур Герасимов.
Был мәсьәләгә “Башфармация”ның матбуғат хеҙмәте секретары Юлия Вәлит ҡыҙы Әҙелмырҙина ла асыҡлыҡ индерҙе:
- “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы “Дәүләт дарыуханаһы” (“Госаптека”) селтәрен тәьмин итә. Әлеге ваҡытта һатыуҙа электрон термометрҙар бар, улар менән дарыухана кәштәләре даими тулыландырыла. 1 ноябрҙә тағы 3000 дана, 16 ноябрҙә 6000 дана термометр һатыуға сығарыласаҡ.
Ә инде терегөмөшлө градусниктарға килгәндә, быйыл Рәсәйҙә уларҙы етештереү туҡтатылды.
Фото: ru.freepik.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Dariuhanalar-a-termometr-ar-men-n-h-l-nisek-524402/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"