Был хаҡта ул Facebook сәхифәһендә яҙған.
"Сирҙең ун бишенсе көнө бара һәм яҡшы яҡҡа өмөт бар. Был сиргә ҡаршы торорға мөмкин. Барыһы ла бик ябай: битлек, дистанция, таҙалыҡ. Мин нисек йоҡторғанымды хәтерләйем - ләкин уяулығымды юғалтканымды беләм: ҡул биреп күрешеү, ҡосаҡлашыу, барыһы ла тулҡынландырғыс булды...
Ҡайһы саҡ үҙеңде контролдә тотоу ауыр. Был сир бик ауыр. Уяу булырға кәрәк ине... Зинһар, дуҫтар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!..», — тип яҙған Ленара Иванова.
Фото: Башинформ