Бәхеткә күрә, был бәләлә йәрәхәт алғандар һәм вафат булғандар юҡ. Ә бына стационарҙағы беренсе һәм икенсе ҡаттағы бүлмәләргә ут тоҡана, тирә-яҡтағы биналарҙың тәҙрә быялалары селпәрәмә килә, балкондар емерелә.
Госпиталдәге 158 пациент һәм яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәгән кешеләр эвакуациялана. Ихаталарҙа туҡталҡала торған 35 еңел автомобиль зыян күрә.
Оператив штаб эшләй. Фаразлауҙар буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе ҡорамалдарҙы монтажлауҙағы йәки файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәр булыуы мөмкин.
Гульдар Булякбаева-Бирганова