Башҡортостандың премьер-министры урынбаҫары булараҡ, ул үҙен юғары компетентлы етәксе итеп күрһәтте. Был вазифала Фәнүр Мөхәрәм улы мәғариф, фән, мәҙәниәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләре өсөн яуаплы ине. «Башҡортостан»нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы республикала иң эре нәшер итеүсе булып тора. Унда республиканың төп киң мәғлүмәт саралары баҫмалары сыға. Киләсәктә милли журналистикаға иғтибар артыр тип ышанабыҙ. Яңы етәксегә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм эшендә уңыштар теләйек!