Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
30 Октябрь 2020, 12:00
Әмир Ишемғолов менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының элекке рәйесе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән хушлаштылар.
Мәрхүм менән хушлашырға уның туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килгәйне. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Әмир Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Күгәрсен районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Күгәрсен районының "Ҡыҙыл байраҡ" колхозында ябай эшсе, "Өфө" тәжрибә-етештереү хужалығында зоотехник-селекционер, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр, "Элита" предприятиеһы директоры, умартасылыҡ лабораторияһы мөдире була. Профессор, фән докторы.
1998 йылдан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәгенә етәкселек итә. 2013 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2015 йылдан 2018 йылға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Салауат Юлаев ордены менән наградланған, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Бәхил бул, Әмир Миңләхмәт улы!
Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"