Фидан Ишемғолов 1981 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемле. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының халыҡ-ара хеҙмәтттәшлек, вәкиллектәр менән эшләү бүлектәрендә башлай.
2009 йылдың майынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең эксперт-аналитика идаралығының иҡтисад инфраструктураһын үҫтереү бүлегендә эшләй. 2011-2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире. 2014 йылдан 2019 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының иҡтисадты модернизациялау бүлеген етәкләй.