Новости
21 Октябрь 2020, 18:45

Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эш башланы

Башҡортостан предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эш башланы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бөтә предприятие һәм ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр араһынан медицина инспекторҙарын билдәләргә ҡушҡайны. Улар эш урындарында санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе контролдә тоторға тейеш.
Медицина инспекторы итеп теләгән хеҙмәткәрҙе тәғәйенләй алалар, бының өсөн медицина белеме булыуы мотлаҡ түгел. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшмәкәрлегенең маҡсаты - коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү, коллективта эпидемияға ҡаршы бар сараларҙы теүәл үтәүҙе ойоштороуҙы тәьмин итеү.
Был турала тулыраҡ мәғлүмәт менән https://glavarb.ru/rus/stopcovid/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Альфия Мингалиева
Читайте нас