Шишмә шәкәр заводы һәм «Раевка шәкәре» йәмғиәте 14 октябргә 495 мең тоннаға яҡын татлы тамыраҙыҡ ҡабул иткән, шуның 266,9 мең тоннаһы эшкәртелгән. Белгестәр билдәләүенсә, быйылғы сөгөлдөр юғары шәкәрлелеге менән ҡыуандыра – 18,7-19,3 процент. Аяҙ көндәр республика аграрийҙарына уңышты тулыһынса йыйып алырға мөмкинлек бирә. Был көнгә баҫыуҙарҙа бөтәһе 924,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, гектарынан уңыш — 379 центнер, был уҙған йылғы күрһәткестән 16 центнерға юғары.
Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Миәкә райондары аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамланы, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.