Новости
15 Октября 2020, 13:06

Башҡортостанда «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы 17 октябрҙән экскурсияларҙы туҡтата

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселеге үҙенең сайтында туристарҙы 17 октябрҙән 1 ноябргә тиклем экскурсияларҙы туҡтатыуҙары тураһында иҫкәртә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡунаҡ өйҙәренә бер кем дә урынлаштырылмай, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә ябыла. Был саралар пневмония һәм коронавирус менән сирләгәндәрҙең артыуына бәйле ҡабул ителде, тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта. Туризм – пандемиянан ныҡ зыян күргән тармаҡтарҙың береһе, уны тергеҙеү өсөн ике йыл самаһы кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.
Читайте нас