Мәғлүм булыуынса, республиканың Милли архивы фондтарында Башҡортостан Хөкүмәтенең барлыҡҡа килеү һәм уның аяҡҡа баҫыуы тарихы менән бәйле бик күп документ тупланған. Йөҙ йыллыҡтың иң мөһим дәүерҙәре менән таныштырыу маҡсатында дәүләт идараһының юғары коллегиаль башҡарма органы тарихы төп дүрт осорға бүленгән: беренсеһе – Башҡорт АССР-ы Совнаркомы: аяҡҡа баҫыуҙағы тәүге аҙымдар, икенсеһе – Башҡорт АССР-ы Совнаркомы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, өсөнсөһө – һуғыштан һуңғы осор, дүртенсеһе – Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы егерменсе йөҙ йыллыҡтың 70–90-сы йылдарында.