Новости
7 Октябрь 2020, 12:47

Өфөлә билдәле адвокат Алексей Зеликман коронавирустан вафат булған

Өфөлә билдәле адвокат Алексей Зеликман коронавирустан вафат булған. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары һәм агентлыҡтың үҙ сығанаҡтары хәбәр итте.

Ике көн элек ул 8-се ҡала дауаханаһына һалынған. Әйтеүҙәренсә, кисә төнгә ҡарай ул үҙе ағза булып торған Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет чатына инеп сыҡҡан.
«Коммерсант-Башҡортостан» Алексей Зеликмандың Өфөнөң төҙөлөш буйынса элекке вице-мэры Александр Филлиппов (ул аҡланды), адвокат Николай Чимчуктың ярҙамсыһы Сергей Кожевниковтың автомобилен шартлатыу, ҡаланың енәйәтте тикшереү бүлегенең элекке етәксеһе Ильвир Сәғитов һәм башҡа шау-шыу тыуҙырған эштәрҙе алып барыуын хәтергә төшөрҙө.
«Алексей Зеликман йыш ҡына матбуғат сараларының тикшереү тамамланмайынса енәйәт эштәре хаҡында яҙыуына ҡаршы булды, сөнки был судтарҙа ошондай эштәрҙе объектив ҡарауға ҡамасаулай тип иҫәпләне», — тип билдәләй баҫма.
Читайте нас