Новости
2 Октября 2020, 08:32

Көҙгө үҫемлектәрҙе хәстәрләү

Көҙ һайын ужым культуралары сәскәндә ауыл эшсәндәре, ҡыш ниндәй булыр, тип баш вата. Йыл миҙгелдәре көйһөҙләнеп китә: йә ҡар ятмаҫ борон ныҡ туңдыра, йә ярты ҡыш ҡар яумай, йә ҡыш уртаһында йылытып, ағастар бөрө ебәрә. Шуға сәсеүлектәрҙе әҙерләү мәсьәләһе киҫкен тора.



Ауыл эшсәндәре өсөн орлоҡто дөрөҫ эшкәртеп, сәсеү ваҡытын дөрөҫ һай­лау ғына түгел, ужым культураларын яҡшы ҡышлатыу саралары ла мөһим.

Көҙ сәсеүлектәр фосфорға мохтаж, ул тамыр системаһын ҡеүәтләндереү, үҫемлекте үҫтереп ебәреү өсөн кәрәк. Калий һалҡынға сыҙамлылыҡты тәьмин итә торған шәкәрҙе туплауҙа, аҡһым синтезлауҙа, шулай уҡ тамырҙы ишәйтеүҙә ярҙам итә. Калий етешмәһә, үҫенте һыуыҡҡа бирешә, иммунитеты түбән була. Бөртөклө ужым культуралары тамырҙан ситкә баҡыр индергәнде ярата. Баҡыр аҡһым синтезлауҙы, углевод алмашыуҙы әүҙемләштерә, бактериаль, бәшмәк, вируслы сирҙәргә ҡаршы иммунитетты көсәйтә.

Ваҡытында сәскән хәлдә лә, көҙ аҙ ямғырлы булһа йә тупраҡ тиҙ туңһа, ужым бойҙайы етерлек туҡланып өлгөрмәй. Шунлыҡтан үҫемлек ҡышҡа насар үҫеш менән инә. Ә оҙайлы ямғырлы көҙ инфекциялар үрсеүенә килтерә һәм үҫемлектәрҙең көсөн бөтөрә, яҙ үҫеп китеүенә кире йоғонто яһай.

“БашИнком” ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы ғалимдар һәм белгестәр менән берлектә ужым культураларын көҙҙән тәрбиәләү схемаһын эшләне. Төп препараттар – “Фитоспорин” М, Ж (АС), “Биополимик” Cu 6% һәм “Бионекс-Кеми “Осенний” NPK+Mg+S 3:6:40+0,7+15.

Ужым культураларын вегетация осоронда “Фитоспорин” М, Ж (АС) һәм “Биополимик” Cu 6% менән эшкәртеү уларҙың стресҡа, инфекцияларға ҡаршы тороусанлығын арттыра, иммунитетын көсәйтә. Уларҙы гектарына өс-биш килограмм күләмендә “Бионекс-Кеми “Осенний” NPK+Mg+S 3:6:40+0,7+15 менән бергә ҡулланыу аҡһым һәм углевод алмашыуҙы шәбәйтә, был ужым культураларының ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлылығын күтәрә.

https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/k-g-emlekt-r-e-kh-st-rl-/
Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА
Читайте нас