Новости
2 Октябрь 2020, 11:27

“Ал да ярамай Бикәгә, гөл дә ярамай...”

Миңә 35 йәш, ғаиләлемен, бына тигән шуҡ, аҡыллы ул үҫтерәбеҙ. Атайһыҙ булғанлыҡтан, мине күберәк өләсәй тәрбиәләне. Әсәйемдең бер заман эскелеккә бирелеп китеүе, шул сәбәпле өләсәйемдең уны йыш ҡына әрләүе, ыҙғышыуҙары иҫтә ҡалған. Яҡшы уҡырға, береһен дә үҙемдең проблемаларым менән борсомаҫҡа тырыштым.



Барыһы ла һәйбәт кеүек, инс­титут тамамланым, яратҡан һөнә­рем бар, тик ни өсөндөр әсәйем һәр саҡ ҡәнәғәт­һеҙлеген бел­дереп, йәнгә тейергә, минән әллә ни айы­рылмаған тиҫтерҙәрем менән сағыш­тырырға, нисек тә кәмһе­тергә тырыша.

Уйлаған уйымды тормошҡа ашыра алмаһам, “әйттем бит, һи­нең ҡулыңдан килмәй” тип һарыуға тейә. Ҡайһы саҡта яҡындарың менән кәңәшләшке, йылы һүҙ ишетке килә. “Юҡ, һин уйлағанса, мин эшкинмәгән, зыян килтергән әҙәм түгел, тик ниңә мине яратмайһың?” тигән һорауҙы бик тә биргем килә. Ҡыймайым шул...

“Бына ҡарағыҙ, ғаиләмдә лә өлгө­рәм, донъям ялт итеп тора, эшем­дә лә күрәләр, етәксе урын­ба­ҫары итеп үрләттеләр, үҙегеҙгә һәр саҡ ирем менән ярҙам­лашабыҙ, һеҙгә ярау өсөн мин ни эшләргә тейеш?” тип үҙемә лә һорау биргәнем бар.

Һуңғы ваҡытта әсәйем менән дә, өләсәйем менән дә эштәге яңы­лыҡтар, тормошомдағы үҙгәрештәр менән ур­таҡлашмайым, берәй һүҙ ысҡындырып, кәйефте боҙоуҙа­ры­нан ҡурҡам. Яңыраҡ улымдың спорт ярышында беренселекте яулауы тура­һында әйткәс, уны дәрт­лән­дереү урынына күңелен төшөр­ҙөләр: “Уҡыуын уҡыһын, улай шәп булғас. Һин дә йөрөйһөң инде ва­ҡыт уҙғарып спорт мәктәбендә”. Улымдың яҡшы уҡы­ғанын белмәй­ҙәр, тиһегеҙме? Беләләр, тик ниңәлер йылы һүҙҙәрен йәлләйҙәр.

Былтыр ирем миңә машина алып биргәс, уның тетмәһен тет­теләр генә. “Берәй ғәйебе барҙыр, шуны шымартыу өсөн алып бир­гәндер һиңә ул машинаны”, – тип мине ышандырырға, уның менән һүҙгә килешеүгә этәрергә маташтылар. Ирем: “Ал да ярамай Бикәгә, гөл дә ярамай Бикәгә”, – тип шаяртырға, күңелде табырға тырышты, әсәйемдең – Гөлбикә, икенсеһенең Әсмәбикә булыуына төрттөрөп.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/al-da-yaramay-bik-g-g-l-d-yaramay-/
Читайте нас