Новости
25 Сентября 2020, 12:50

Милли биҙәүестәр – күңел талабы

Юғары белемле агроном, бухгалтер, муниципаль хеҙмәткәр, хәҙер килеп мәҙәниәт өлкәһендә көс түккән, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре тарихын өйрәнеүгә мөкиббән бирелгән кеше – былар бөтәһе лә Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан Регина ДӘҮЛӘТОВА тураһында.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенә Милли кейем көнө алдынан ҡуйған фотоһүрәттәрен күргәс, һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫ китмәле матур кейемдәр, үҙенсәлекле биҙәүестәр! Уның менән бәйләнешкә инеп, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һынланған фоторәсемдәр тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Регина Ғүмәр ҡыҙы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Үҙе Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән, Ишембай яҡтарына килен булып төшкән.

– Регина, ҡасан милли кейем, биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһына башланығыҙ? Көтмәгәндә килдеме был уй, әллә күптән ниәт итеп йөрөнөгөҙмө?
– Өс йыл элек районда Ҡорама байрамы үткәрелгәйне. Шунда ҡатнашыр өсөн “Хайп-килен” тигән команда төҙөнөк. “Ниңә ундай исем?” тиһәгеҙ, беҙ конкурста ҡат­на­шыр өсөн ғәҙәти булмаған ту­ҡы­ма – джинс һайланыҡ. Шунан диванға, башҡа йыһазға япмалар, алъяпҡыстар тектек, хатта йәш­тәргә тип, һаҡалға оҡшатып, биҙә­үестәр эшләнек. Һәм... Гран-при яуланыҡ!
Милли биҙәүестәр шул тиклем күңелемә ятты, артабан да уларҙы эшләүҙе дауам иттем. Башта – замансалатып, йәғни стилләштереп. Аҙаҡ инде ул башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары биҙәүестәренең тарихы менән мауығып китеп, ныҡлап өйрәндем, уларҙы боронғо өлгөләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ итеп эшләү теләге менән яна башланым. Шулай итеп, беренсе ҡашмауымды яһаным. Тарихи биҙәүестәргә оҡшатып тегеү өсөн, ынйы, мәрйен, ҡабырсаҡтар яҙҙыртып алдым.

Дәртем ҡәйнәмә – Гөлсирә Миңлеғәле ҡыҙына ла күсте. Икәүләп халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә яңы һулыш өрҙөк. Беҙгә эйәреүселәр ҙә күбәйҙе. Һөҙөмтәлә ауыл мәҙәниәт йортонда “Биҙәүестәр донъяһы” тигән ижади оҫтахана барлыҡҡа килде. Унда хәҙер тиҫтә ярым кеше шөғөлләнә. Күпселеге – ауыл ағинәйҙәре. Ишембай ательеларында милли күлдәктәр тектереп алып, үҙебеҙ эшләгән һаҡал-селтәрҙәрҙе кейеп, рәхәтләнеп сығыш яһайбыҙ, конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ.

– Тәүге һөнәрегеҙ буйынса агроном булғанһығыҙ. Унан – бух­галтер, муниципаль хеҙмәт­кәр... Мәҙәниәт өлкәһенә нисек килдегеҙ?
– Эйе, мин Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамланым. Төрлө тармаҡта эшләп ҡараным, әммә сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһе күңелемә яҡыныраҡ булып сыҡты. Бынан биш йыл элек, ниһайәт, үҙемде таптым, тип әйтә алам. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлап, белемгә эйә булдым да рәхәтләнеп ошо эшемә сумдым.

– Оҫтахана, ундағы оҫтаби­кә­ләр тураһында тулыраҡ һөйләгеҙсе...
– Оҫтахана йыл ярым эшләп ки­лә. Унда һәр кем үҙенә биҙә­үестәр эшләй. Оҫтарып алғандары ҡатмарлыраҡ төрҙәргә, мәҫәлән, ҡашмауға, тотона. Ағинәйҙәр башта һаҡал тегеп алды, хәҙер селтәргә тотондо. Селтәр – ул тап Юрматы ҡатын-ҡыҙҙарына хас биҙәүес­тәрҙең береһе. Үҙем әле бына ҡаптырма – беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙҙарының муйынға таға торған биҙәүесен – эшләргә иҫәп тотам.

– Ҡәйнәгеҙ Гөлсирә Миңле­ғә­ле ҡыҙы ла танылған оҫта икән...
– Эйе, ул аҫалы балаҫтар һуға. Хәҙер бына милли биҙәүестәр етештереүгә тотондо, дәртләнеп башҡара ошо эште. Ғөмүмән, был шөғөлөбөҙ ҡыҙҙарыма ла оҡшай, улар ҙа ихлас ҡатнаша.

– Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Тормош иптәшем Рөстәм Әүхәт улы менән дүрт балаға ғүмер бирҙек: Элина, Камилла, Искәндәр һәм Айнур. Өлкән ҡыҙыбыҙ, Ҡазан федераль университетын тамамлап, эшләп йөрөй. Уны күптән түгел кейәүгә биреп, ҡайны-ҡәйнә лә булдыҡ. Камиллабыҙ Ишембайҙағы башҡорт гимназия-интернатында VIII класта уҡый. Фортепиано йүнә­лешендә музыка мәктәбен тамамланы, йырлай, бейей. Искәндә­ребеҙ ҙә бейей. Кинйәбеҙ Айнур быйыл мәктәпкә уҡырға барҙы, ағаһы кеүек, ул да шулай уҡ музыка мәктәбендә шөғөлләнә.

– Ауыл мәҙәниәт йорто гөр­ләп эшләп тора. Мәҙәни саралар ойоштороу, уларҙа ҡатнашыу, милли биҙәүестәр яһау менән шөғөлләнеү... Былар бит күп ваҡыт, сығымдар ҙа талап итә. Ирегеҙ нисек ҡарай быға?
– Ул һис тә ҡаршы түгел, аңлап, ҡеүәтләп тора, рәхмәт инде. Һинең эшең – күңел өсөн, тип ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙе тулы­һынса үҙ өҫтөнә алды. Минең эш хаҡым башлыса ана шул матур таштарға, башҡа биҙәү детал­дәренә китеп тора (көлә – авт.).

– Ауыл мәҙәниәт йортонда бер нисә ижади ойошма эшләп килә икән...
– Беҙҙең мәҙәниәт йортонда дүрт коллектив бар: “Зөбәржәт” ха­лыҡ театры, башҡорт халыҡ хоры, ха­лыҡ театрының “Тәйрүк” халыҡ бейеүе ансамбле һәм “Шаяндар” балалар өлгөлө бейеү ансамбле. Бынан тыш, “Миләш” фольклор кол­лективы ла эшләй. Календарь буйынса үткәрелеп килгән сара­ларҙан башҡа, үҙебеҙҙең “бренд” булған байрамдарҙы ла ойошто­рабыҙ. Шуларҙың береһе – Балан байрамы. Ул көҙ, балан өлгөргәс, үткәрелә. Уны барыһы ла яратып көтөп ала.
Ауылыбыҙ ҙур, 1100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Беҙ әҙерләп үткәргән сараларға дәррәү йөрөйҙәр. Халыҡ театрының сығыштарын айырыуса көтөп алалар.

– Тәү һөйләшкәндә һеҙ “Ми­ләш” ансамбле менән Надежда Бабкина етәкселегендәге “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафонына ашыға инегеҙ. Сығышы­ғыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Ниндәй хис-тойғо менән ҡайттығыҙ?
– Эйе, был мәртәбәле фестиваль Башҡортостан ҡалалары буйлап йөрөгәндә Ишембайҙа ла туҡ­талды. Рәсәйҙең төрлө төбәктә­ренән килгән артистар сығыш яһа­ны. Беҙ ҙә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтер­мәнек, тип ышанам. Надежда Георгиевна менән ҡыҫҡа ғына аралашыу ваҡытында уға үҙем яһаған биҙәүесте лә бүләк итеп өлгөрҙөм, оҡшатты буғай.
Байрам иҫ киткес йылы, шундай дуҫтарса мөхит менән һуғарыл­ғайны. Унан оҙаҡҡа етерлек дәрт шауҡымы алып ҡайттыҡ.

– Әле ниндәй ниәттәр менән янаһығыҙ?
– Пландар күп, әлбиттә. Кейе­мебеҙ тарихын тағы ла ентеклерәк итеп өйрәнергә, уны йәштәргә аңла­тырға, уларҙа халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә.

Мин үҙем Салауат ҡалаһында рус мәктәбен тамамланым. Яҙмы­шымдың шундай боролош алып, туған халҡыма яҡыная алғаныма, туған телемдә һөйләшкәнемә, хатта йырҙар йырлағаныма, башҡорт халыҡ театрында уйнағаныма ныҡ ҡыуанам, хатта ғорурланам. Ә иң ҙур һөйөнөс килтергәне – ул милли кейем кейеп кенә йөрөү түгел, ә үҙ ҡул­дарым менән милли биҙәүес­тәрҙе эшләй алыуым! Был эшкә көндән-көн дәртләнеберәк тотонам. Бер ун йыл элек кенә әле ошо хәлде күҙ алдына ла килтерә алмай инем.

Балаларым туған мәҙәниәтен яратҡанға, туған телендә һөйләш­кәнгә ифрат бәхетлемен. Ә алда торған иң мөһим эштәрҙең береһе – ул, әлбиттә, 2021 йылда беҙҙең республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына ентекле әҙерләнеү.
Уңайҙан файҙаланып, бергә янып-көйөп эшләгән хеҙмәт­тәштә­ремә йылы һүҙҙәр еткерәм. Ниндәй генә саралар үтмәһен, ниндәй генә еңеүҙәр яуланмаһын, улар барыһы ла – беҙҙең уртаҡ тырышлыҡ һө­ҙөмтәһе, дөйөм ҡаҙаныш. Кинйә­булат ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Виктория Марс ҡыҙы Ғәлимова, театр режиссеры Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Шаһиева, “Тәйрүк”тең етәксе­һе Мәүжиҙә Муса ҡыҙы Шәмсет­динова, ағинәйҙәребеҙ, “Миләш” коллективы – барыһына ла рәхмәт. Бергә-бергә, аңлашып эшләгәнгә, бер-беребеҙҙе дәртләндерә бе­л­гәнгә уңыштар ҙа килеп тора, шөкөр. Артабан да шулай булһын, тип теләйем.

– Ижади ҡаҙаныштар һеҙгә, халҡыбыҙ мәҙәниәте өсөн мөһим хеҙмәтегеҙҙә илһам ташламаһын!

Ишембай районы.
Автор: Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/milli-bi-est-r-k-el-talaby-/
Читайте нас