Киптерелгән ғәҙәти һәм һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә. Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып ҡулланғанда, ул организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле. Иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да алалар ҙа ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсәләр.
Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә һәм әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә кәрәк.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланыу зарур. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Фото:
ru.depositphotos.com