Новости
25 Сентябрь 2020, 12:49

“Беҙгә уҡырға килеп, төплө белем һәм һөнәр алһындар!”

Ауырғазы районының Талбазы ҡасабаһында урынлашҡан күп профилле колледж райондың ғына түгел, тотош Башҡортостандың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел бында шәхси хужалыҡ алып барған уңғандарға “Агроменеджер” һөнәренә уҡып сығыуҙары тураһында таныҡлыҡ тапшырҙылар.

36 тыңлаусы үҫемлекселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, ветеринария, бухгалтерия иҫәбе, һалым түләү йүнәлеше буйынса курстарҙа белем алған. Был – “Йәнле ауыл” бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереү проекты нигеҙендә ойошторолған сара. Колледж, был эшкә әүҙем ҡушылып, эргә-тирәләге райондарҙан да тыңлаусыларҙы ҡабул итергә әҙер.

Юғары күрһәткестәргә өлгәшәләр

Колледжға оҙаҡ йылдар инде Миңнулла Хоҙайбирҙин етәкселек итә. Тәү сиратта уның башланғысы ме­нән халыҡҡа ошондай мөмкин­лектәр тыуҙырылған. Әйткәндәй, Миңнулла Шәйхелислам улы быйыл уҡыу йылын 39-сы тапҡыр башлаған, шуның 21 йылында колледждың етәксеһе булараҡ студенттарға белем бирә.

– Шәхси ихаталарына таянып йәшәгәндәр йыш ҡына ветеринария өлкәһен белеп етмәй. Ҡортсо­лоҡ менән шөғөлләнергә теләгән­дәрҙең дә белеме етешмәй. Ошондай ваҡытта беҙ ярҙамға киләбеҙ ҙә инде. Ҡыҫҡа ваҡытлы курс хужа­бикәләргә лә, эшләп йөрөгән кешеләргә лә бик уңайлы, – ти директор.

Бында “Ашнаҡсы, кондитер”, “Ав­томеханик”, “Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе оҫта”, “Ауыл хужалығы предприя­тие­һында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Йорт хужабикәһе/хужаһы” кеүек һө­нәрҙәрҙе лә үҙләштерергә мөм­кин. Быларҙан тыш, колледж заман менән бергә атларға тырыша һәм көндәлек тормошта кәрәк булған, халыҡ һораған йүнәлештәр буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ҙа ойоштора. Студенттарҙың төрлө район­дарҙан килеүен иҫәпкә алып, Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында филиалдар асылған.

Иң мөһиме – был уҡыу йортонда теория ғына уҡытып ҡалмайҙар, ғәмәли күнекмәләргә лә етди иғти­бар бирәләр. Миңнулла Шәйхелис­лам улының был йәһәттән ҡарашы ныҡлы: ауыл хужалығы предприя­тиеһына эшкә килгән белгес төрлө яҡлап белемле һәм һәр эшкә әҙер булырға тейеш. Йәй миҙгелендә студенттар ауыл хужалығы предприятиеларында практика үтә.
Колледждың үҙенең дә студент­тарҙың һөнәри оҫталығын арт­тырыуға мөмкинлек биргән базаһы яҡшы. 200 гектар ерҙәре бар. Ерҙең һәр сантиметрынан тос уңыш алырға тырышалар. Ужым бойҙа­йынан тыш, башҡа төрлө культуралар ҙа сәсәләр.
Был эштәрҙең барыһын да уҡытыусылар ярҙамында студенттар үҙҙәре башҡара. Тракторҙар, комбайндар, машиналар, сәсеү аппараттары, бульдозер һәм экска­ваторҙары ла бар. Матди-техник база, ысынлап та, көслө.

Быйыл колледжда 1150 студент белем ала, йәнә 900 кеше киске бүлектә уҡый. Пандемия барыу сәбәпле, быйыл беренсе һәм һуңғы курстарҙы ғына уҡыуға саҡырған­дар. Ҡалғандар онлайн тәртибендә белем алыуын дауам итә.

Колледжда яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн һәйбәт шарттар булдырылған. Уҡыу аудиториялары һәм лабораториялар, оҫтахана, китапхана, заманса компьютер клас­тары, студенттарҙы йыл әйләнәһенә йылы аш менән тәьмин иткән ашхана эшләй.

Ситтән килгәндәр өсөн колледж янында ғына ятаҡ урынлашҡан. Унда йәшәү өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылған: дәрес­тәрҙән һуң ял бүлмәһе бар, студенттар өсөн автомат кер йыуыу машиналары, душ кабиналары урынлаштырылған.
Спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн уҡыу йортоноң спорт залында төрлө секциялар ойошторолған: еңел атлетика, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, колледж­да спорт менән ныҡлап шөғөл­ләнгән студенттар уҡый. Улар араһында Рәсәй, республика кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егет һәм ҡыҙҙар бик күп.

Йәш белгестәргә иғтибар ҙур

Колледж уҡытыусылары һәм студенттары, Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиада ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шулар иҫәбендә төрлө йылдар дауамында Мәскәү ҡалаһында уҙған Рәсәй агросәнәғәтенең “Алтын көҙ” күр­гәҙмәһендә яуланған алтын, ике көмөш һәм ете бронза миҙал бар.
2017 йылда Башҡортостан Хөкү­мәте колледжды ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән иң яҡшы белем биреү учреждениелары исемлегенә индергән, диплом менән бүләкләгән. 2018 йыл да колледж өсөн бик һөҙөмтәле була: Урта һөнәри белем биреү учреждениеларының директорҙар советы уны “Студенттарҙың ялын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында диплом менән бүләкләй. VI Бөтә донъя ер һөрөү­селәр чемпионатында өсөнсө курс студенты Артем Хөснөтдинов икенсе урынды яулай.

2019 йылда колледж “Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү учреж­дениеларының иң яҡшы 100 ойош­маһы” конкурсы еңеүсеһе була. Шул уҡ йылда V Рәсәй асыҡ төбәк беренселегендә өсөнсө курс студенты Наҙгөл Ҡорбанғәлиева икенсе урынды яулай. Быйыл иһә колледжға “АгроЮность-2020” республика конкурсында беренсе урын бирелә.

Колледж әҙерләгән белгестәрҙе республиканың һәр районында көтөп алалар. Механик һөнәренә эйә булған күпселек егеттәр Себер тарафтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа, ғөмүмән, Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәрендә эшләй.
Бина-ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау бүлеген тамамлаусылар араһында үҙҙәренең төҙө­лөш ойошмаларын асып, бик уңышлы эшҡыуар булып киткәндәр ҙә байтаҡ. Ситтән тороп уҡыу бү­леге студенттары һәр төрлө аҙыҡ-түлек етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте ойошмаларында эшләп йөрөй.

Уҡыу йортон тамамлау­сылар­ҙың күбеһе белемдәрен артабан Башҡортостан дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында камиллаштыра. Был уҡыу йорттары менән үҙ-ара ки­лешеүҙәр төҙөлгән.
– Беҙ әлеге көндә матди-техник базаны яҡшыртыу, булдырылған шарттарҙы артабан камиллаштырыу, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡты ремонтлау эштәрен алып барабыҙ. Тыуған яҡтарынан, әсәй ҡанаты аҫтынан айырылып сығып, беҙгә белем алырға килгән бала­ларға иғтибар ҙур, һәр ҡайһыһына уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тыры­шабыҙ.
Мәктәпте тамамлаған уҡыусы­лар алдында “Ҡайҙа уҡырға ба­рырға?” тигән һорау тора икән, беҙҙең ишектәр улар өсөн һәр саҡ асыҡ. Рәхим итһендәр, беҙгә уҡырға килеп, төплө белем һәм һөнәр алһындар! – ти колледж директоры Миңнулла Хоҙайбирҙин.

Ауырғазы районы.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/be-g-u-yr-a-kilep-t-pl-belem-m-n-r-al-yndar-/
Читайте нас