Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Сентябрь 2020, 08:13
Сибай артисы Марс Итбаев арабыҙҙан китте...
Республика сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының талантлы артисы Марс Итбаев вафат булды
Тамара Ғәниеваның “Тамарис”ында - Данил, Рәлиф Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ”ында - Маннур, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!”ында – Ислам, Лира Яҡшыбаеваның “Әүлиә”һендә - төрмә начальнигы, Мольерҙың “Дон-Жуан”ында - Дон Карлос, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһында - Ҡәһер бей, Наил Ғәйетбайҙың “Хазина”һында - Шәрифулла һәм башҡа әллә күпме онотолмаҫ һәм бер-береһен ҡабатламаҫ сағыу образдар тыуҙырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев бар ижади ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлай.
Артистың хеҙмәт кенәгәһендә лә тик бер генә яҙыу. Йыл башында ғына Марс Салауат улы үҙенең алтын юбилейын билдәләгән ине... Ул Ейәнсура районының Бикбау ауылында донъяға килә һәм өс йәшенән Өфө ҡалаһында йәшәй. Марс Итбаев - талантлы режиссер Салауат Итбаевтың улы.
Артист һуңғы көндәрен Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында үткәрә, мәкерле коронавирус инфекцияһы бер кемде лә аяп тормай, ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тотоштырылған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Беҙ ҙә талантлы артист Марс Итбаевтың ғаиләһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Марс Итбаев Ейәнсура районында ерләнәсәк.
Фото: Сибай театры сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Sibay-artisi-Mars-Itbaev-arabi-an-kitte-464894/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"