Бынан тыш, ул холестерин күләмен кәметә. Виноград төштәрендә булған А, Е һәм К витаминдары, шулай уҡ тәбиғи май күҙәнәктәрҙе нығытыуға һәм йәшәртеүгә ярҙам итә.
Ҡәһүә кислотаһы, кверцетин һәм мирецетин кеүек фенол тоташтырғыстар организмды онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлай. Виноград сәләмәтлек өсөн файҙалы булған башҡа үҙенсәлектәргә лә эйә. Унда целлюлоза, шәкәр һәм кислоталар ҡатнашмаһы тәбиғи йомшартҡыс булып тора, ә минералдар теш һәм һөйәктәрҙе нығытырға булыша.
Табиптар көн һайын 150-нән алып 250 грамға тиклем виноград ашарға кәңәш итә. Уларҙың һүҙҙәренсә, иммунитетты нығыта торған антиоксиданттар ҡара төҫтәгеһендә күберәк. Әммә виноград ҡарараҡ төҫтә булған һайын, уның аллергендар ҡеүәте лә ҙурыраҡ булыуын онотмағыҙ.
Күптәр виноградты төшө (һөйәге) менән бергә ашай. Табиптар фекеренсә, виноград төшөндә витаминдар һәм башҡа файҙалы матдәләр бар. Улар емештең төшөндә хатта күберәк миҡдарҙа ла була. Тик уның төшөн яҡшылап сәйнәргә кәрәк. Шулай ҙа виноградты һөйәге менән ашауҙа сама белеү яҡшы, уны эшкәртеү ашҡаҙанға ҙур ауырлыҡ тыуҙыра.
Ашҡаҙан-эсәк хроник сирҙәре (гастрит, йәрәхәт, язва) булған кешеләргә иһә виноградты төшө менән ашау бөтөнләй кәңәш ителмәй.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Vinogradti-t-sh-men-n-ashar-a-yaraymi-462039/