Новости
21 Сентябрь 2020, 06:23

Полковниктың ете бесәйе лә бар...

Ғүмер буйы ғәҙеллек даулау менән шөғөлләнгән, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкән тәфтишсе - полковник Виктор Гурьевтың иҫәбендә тиҫтәләгән ҡотҡарылған йөк аттары һәм пониҙар...

Баш ҡаланың Ғафури исемендәге паркында “Садко янында” тип аталған аттар ихатаһында тормош ҡайнай. Ирекмәндәр, ярҙамсылар йылҡы базаһын нисек тә һаҡлап ҡалырға тырыша. Сығымдарҙы ҡаплау өсөн фотосессиялар, экскурсиялар үткәрәләр. Полковниктың ҡыҙы Дарья һөйләүенсә, быға тиклем паркта аттарҙы теләгәнсә файҙаланғандар, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ултыртып йөрөткәндәр, уларҙың сәләмәтлеге тураһында бер кем дә хәстәрлек күрмәгән. Йөк аттары сыҙамлы, тип, аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ, ялһыҙ иртәнән кискә тиклем эшкә еккәндәр.
2016 йылда "Садко" ҡушаматлы сирле ат табыш килтереүҙән туҡтағас, бында уның кәрәге ҡалмай. Иң анһат юл - Садконы һәм уның кеүек “пенсия”ға китергә ваҡыты еткән башҡа аттарҙы иткә оҙатыу, тип хәл итә был бизнесты тотоусы эшҡыуар. Бәхеткә күрә, ирекмәндәр хәлде үҙ ҡулдарына ала, “Спирит” ат-спорт клубын төҙөй һәм аттарҙы аукционда ит хаҡы буйынса һатып ала. Был эштәрҙең төп ойоштороусыһы булып, тап полковник Гурьев сығыш яһай. Ул аттарҙы ит комбинатына ебәреүҙән ҡотҡара. Афғанстанда хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған уҙаман тыныс тормошта ла маҡтауға лайыҡ эштәр менән шөғөлләнә.
- Атайым хайуандарҙы һәр саҡ яратты. Әле лә уның, ат ихатаһынан тыш, ете бесәйе бар, - тип көлөмһөрәй ҡыҙы Дарья. - Беҙҙең маҡсат - аттарҙың ғүмерҙәре аҙағына тиклем сәләмәт, туҡ булыуҙарын тәьмин итеү. Ихатабыҙҙа Өфөләге иң ҡарт пони – Азалия ла йәшәй, 90-сы йылдарҙа ул Ленин урамында балаларҙы йөрөткән. Ҡарауһыҙ эттәр ҙә беҙгә һыйына. Хайуандарҙы тәрбиәләүҙә һәр төрлө ярҙам иткән ирекмәндәргә, өфөләргә бик рәхмәтлебеҙ!
Евгения Бикунова һәм Дарья Кудряшова фотолары.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Polkovnikti-ete-bes-ye-l-bar-460079/
Читайте нас