Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
21 Сентябрь 2020, 06:30
Еләктәрҙең шифаһы ҙур
Иммунитетты нығытыу өсөн түбәндәге дарыу үләндәрен файҙаланырға мөмкин.
Киптерелгән ғәҙәти һәм һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып йыш эскәндә, организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
Иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсергә кәрәк.
Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Фото: gramho.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/El-kt-r-e-shifa-i-ur-462055/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"