Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Сентябрь 2020, 06:24
Әбейҙәр сыуағы килә!
Әле тышта бигерәк күңелһеҙ. Һалҡын, туҡтауһыҙ ямғырҙар яуа, әсе елдәр иҫә. Йылы көндәр йәнә әйләнеп ҡайтырмы? Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡайтасаҡ!
gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йылы һәм аяҙ көндәр 24 сентябрҙә башлана һәм 2 октябргә тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә һауа температураһы +14, +19 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Ямғырҙар ҙа яумай торасаҡ.
Тимәк, беҙгә әбейҙәр сыуағы киләсәк. Ғәҙәттә, был матур мәл сентябрҙең икенсе яртыһында була һәм аҙна-ун көн дауам итә.
Октябрҙең тәүге яртыһы ла матур көндәре менән ҡыуандырасаҡ, ти синоптиктар. 15 октябрҙән һуң көҙгө һалҡындар ныҡлап урынлашасаҡ. Көндөҙ +5 градусҡаса ғына йылытытасаҡ, оҙайлы ямғырҙар башланасаҡ.
Фото:
news.myseldon.com
Автор: Альфия Мингалиев.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/bey-r-siua-i-kil-462588/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"