Новости
21 Сентябрь 2020, 06:33

Ҡаймаҡта быҡтырылған бәшмәк

Үҙенсәлекле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Бер килограмм бәшмәк, ике баш һуған, ҡаймаҡ, тоҙ алабыҙ.
Йәш бәшмәктәрҙе һәйбәтләп йыуып турайбыҙ ҙа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәшмәктәрҙе тишекле сүмескә һалып һарҡытырға ҡуябыҙ. Табаға үҫемлек майы ҡойоп, унда һуған менән бәшмәкте 20-30 минут ҡыҙҙырабыҙ.
Артабан ҡаймаҡ, тоҙ, борос ҡушып, тағы талғын ғына утта 15 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Шунан уттан алып, ҡапҡасын асмайынса 10 минут тотабыҙ. Әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: dieta4all.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/ayma-ta-bi-tiril-an-b-shm-k-457827/
Читайте нас