Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Сентябрь 2020, 10:31
Табынға - тәмле бәлеш
Скумбриянан бәлеш бешергәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
250 грамм ҡоро сүпрә, ярты стакан йылы һыу, бер аш ҡалағы шәкәр, өс аш ҡалағы он кәрәк. Тәүҙә әсетке эшләйбеҙ. Бөтәһен бергә ҡушып бутап, ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ. Шунан ошо массаға 300 миллилитр йылы кефир, бер ҡап маргарин, бер сәй ҡалағы тоҙ һәм әҙерәк он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа ҡабартырға ҡуябыҙ.
Ә эслек өсөн туңған скумбрияны һәйбәтләп һөйәгенән таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ. Бер килограмм картуф, ярты килограмм һуған әрсеп, ваҡлап турап, тоҙ, борос, 100 грамм аҡ май өҫтәп, бөтәһен бергә бутайбыҙ.
Артабан ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ. Эслекте һалып, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән өҫтөн ябып, йомортҡа менән буяп, мейесте юғары градусҡа ҡуйып, 20 минут бешергәс, утты кәметәбеҙ. Бер сәғәт тирәһендә әҙер була. Өҫтәлгә йылы көйөнсә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
mir-da.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tabin-a-t-mle-b-lesh-459615/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"