Фажиғәнән һуң аяҡһыҙ ҡалған егетте шундай бейеклеккә күтәрелергә нимә мәжбүр иткән? Эльбрусты яулауҙың анһат түгеллеген кем генә белмәй! Рөстәм климатҡа яраҡлашыу этаптарын үткән: бер нисә тапҡыр контроль нөктәләргә күтәрелгән һәм төшкән. Хатта өс мең километр бейеклектә ҡунған. Был күнекмә баҫымдың тотороҡһоҙлоғона һәм кислород аҙ булған һауаға күнегеү өсөн организмға бик кәрәк икән.
Егеттең һүҙҙәренә ҡарағанда, инвалидтар тауға ҙур төркөм менән күмәкләп менә. Ғәҙәттә, уларҙы күтәреп йә иһә сана менән мендерәләр, әммә Рөстәм быны үҙаллы үтте. Айырым урындарҙа махсус санала ҡулдары менән этенеп кенә артылды. Уның командаһында ни бары өс кеше, был да – альпинистар өсөн ят күренеш.
“Быны әлегәсә бер кем дә эшләмәгән. Иң мөһиме, хәл-торош насарланмаһын, тау сире – насар нәмә”, – тип яҙғайны блогер. Тау сире менән ул тәүге тапҡыр осрашҡан. Бер төндө насар үткәргән, иртәгәһенә хәле яҡшырған.
Ниһайәт, ул Эльбрусты яуланы! Афарин!