Республикабыҙға Рәсәйҙән генә түгел, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән дә ҡатнашыусылар киләсәк. Фестиваль сиктәрендә өс номинация буйынса турнир уҙғарыласаҡ. Спорт һөйөүселәр уҡ атыуҙа ғына түгел, аттарҙа елеп барған килеш тә үҙенең оҫталығын һынай аласаҡ.
Фестивалдең иң мәргән уҡсылары тип табылғандар уҡ атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашасаҡ.