Новости
18 Сентябрь 2020, 10:16

Ерләргә лә аҡса йәлләйме хәҙер?..

“Минең ҡәҙерле ҡарттарым” ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, үҙенең туғандарына кәрәге ҡалмаған 91 йәшлек Даша әбей вафат булған.

7 августа Өфөлә күршеләре хеҙмәт ветеранының инде өс көн буйы стеналарҙы туҡылдатҡанын һөйләй. Ирекмәндәр уның фатирына килә һәм ҡот осҡос ваҡиғаның шаһиты була. Үҙенең торлағын ҡыҙ туғанына яҙҙырғас, уныһы Даша әбейҙе ҡарамай башлаған икән. Айына бер тапҡыр ауырыуҙарҙы ҡараусы ҡатын ғына килеп китә. Ә медицина ярҙамы күрһәтмәйҙәр.
Былтыр декабрҙә ҡарт кеше ҡолай. Операция яһап, уның аяғын дүрт урындан тегәләр. Тик шунан бирле ептәрен дә алмайҙар. Уны, юғалыр тип, урамға ла сығармайҙар. Аҙнаһына бер тапҡыр туҡландыралар...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 сентябрҙә Даша әбей вафат була. Ирекмәндәр тырышлығы менән уға даими ауырыу ҡараусы ҡатын беркетелә, әммә оло кешенең һаулығы инде ҡаҡшаған була.
Ҡыҙ туғаны әбейҙе иң осһоҙ тәҡдим буйынса ерләүгә заказ бирә. Шуға күрә әле ирекмәндәр хеҙмәт ветеранын лайыҡлы рәүештә ер ҡуйынына тапшырыу өсөн хәйриә акцияһы иғлан итә.
Барлығы 4850 һум йыйырға кәрәк. Был сумма ҡәбер рәшәткәһенә, венокка, тере сәскәгә тотоноласаҡ. Әгәр ҙә аҡса күберәк йыйыла икән, ҡалғаны ҡарттар йорт-интернатына тапшырыласаҡ, ти улар.
Фото: vk.com/rb_starikam
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/veteran/Erl-rg-l-a-sa-y-ll-yme-h-er-460121/
Читайте нас