Новости
17 Сентябрь 2020, 06:37

Яңы заман өсөн көслө идеялар тупланды

Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды үткәргән “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына әҙерлек нигеҙендә илдең тотороҡло үҫеше өсөн перспективалы идеяларҙы туплау тамамланды. Унда Рәсәйҙең бөтә 85 төбәге ҡатнашты.

Крауд-платформаға тәҡдимдәр күләме буйынса алдынғы 10 төбәк иҫәбенә Мәскәү (1939 идея), Һамар (863), Түбәнге Новгород (738) өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы (615), Краснодар крайы (584), Санкт-Петербург (543), Татарстан Республикаһы (529), шулай уҡ Новгород (470), Ростов (437) һәм Новосибирск (349) өлкәләре инде. Иң яҡшы 100 идея авторы 11-12 ноябрҙә Сочиҙа улар менән таныштыра аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыусылар https://idea.asi.ru крауд-платформаһында ил иҡтисадын, социаль һәм технологик өлкәләрҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса 15 меңгә яҡын идея урынлаштырған. Бәйгеселәр араһында ябай граждандар ҙа, төп тармаҡ эксперттары ла, төбәк башлыҡтары ла, танылған эшҡыуарҙар ҙа бар. Дөйөм алғанда, проектта бөтә илдән 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Октябрь башында “Ҡайнау нөктәләре”ндә Рәсәй төбәктәре етәкселәре ҡатнашлығында сессиялар уҙғарыла. Унда төбәктәр юҫығындағы көнүҙәк идеялар һайлап алынасаҡ. Иң ҡеүәтле 100 идея авторы ноябрҙә “Сочиҙағы “Сириус” фән һәм сәнғәт паркында улар менән таныштырасаҡ. Уларға шулай уҡ тематик йүнәлеш кураторҙарынан, партнерҙарынан һәм төбәк власынан ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеләсәк. Иң-иңдәргә һыналған ҡарарҙарын ил төбәктәрендә таратыу өсөн “Смартека” уңышлы практикалар менән алмашыу платформаһында урынлаштырыу мөмкинлеге бирелә.
Әйткәндәй, тәүге 100 автор иҫәбенә инмәгәндәр өсөн дә үҫеш программаһы төҙөлгән. Улар эксперттар берләшмәһенә инеп, Росконгресс фонды һәм Стратегик башланғыстар агентлығы менән даими нигеҙҙә хеҙмәттәшлек итәсәк.
Фото: idea.asi.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-i-zaman-s-n-k-sl-ideyalar-tuplandi-458344/
Читайте нас