Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Сентябрь 2020, 06:42
Сибай ҡалаһы башлығы халыҡты тынысландыра
Сибай халҡы ҡалаға хәүефле ҡалдыҡтар, дөрөҫөрәге яндырылған цемент ҡатнашмаһы (клинкер) индерелә, тигән хәбәрҙе ишетеп, борсола башлаған. "Ҡалаға 200 тоннанан ашыу ҡалдыҡтар килтерәсәктәр, улар кеше һаулығына ҙур зыян килтерә" тигән хәбәр таралған. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәлгә аныҡлыҡ индерҙе:
- Төҙөлөш клинкерының тирә-яҡ мөхиткә һәм халыҡтың һаулығына бер ниндәй ҙә зыяны юҡ, тип аңлаттылар. Сибайға ул Владикавказ ҡалаһындағы “Электроцинк” ойошмаһынан килтереләсәк. Был сеймал беҙҙең байыҡтырыу фабрикаһында эшкәртеләсәк. Сеймалға ҡытлыҡ кисергән әлеге осорҙа Сибай байыҡтырыу фабрикаһының өҙөклөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн был мөһим булып тора. Клинкер – етештереү ҡалдыҡтары түгел икәнлеген аңларға кәрәк. Ул – цинк етешетереүе ваҡытында барлыҡҡа килгән сеймал. Уның тейешле сертификаттары бар, экспертиза үткән. Етештереү мәлендә техник шарттарҙың барыһы ла тейешле кимәлдә үтәлгән.
Клинкерҙы бушатыу эштәре таңғы сәғәт 7-нән башлана һәм төнгө 23.00 сәғәттә тамамлана. Ул ярмалы, әммә һаҡланғанда һәм күсергәндә һибелеп, тирә-яҡҡа таралмай. Химик яҡтан нейтраль, шартлау һәм янып китеү янамай, һыу менән ҡушылғанда ағыулы матдәләр бүлмәй, кеше организмына йоғонтоһо IV класс (хәүефһеҙ) менән билдәләнгән.
Фото:
wikimapia.org
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Sibay-ala-i-bashli-i-hali-ti-tinislandira-457223/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"