Өйләнешергә йыйынған һәм яңы никахлашҡан йәштәр араһында ғаилә бәхете тураһында бер нисә уйҙырма йәшәп килә. Шул имеш-мимештәрҙе ентекләберәк ҡарап китәйек.
Беренсе уйҙырма. Беҙ хәҙер буш ваҡытты бергә үткәрергә һәм бөтә нәмәне бергә эшләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, әгәр ҙә ир менән ҡатындың барлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙары тап килһә, мауығыуҙары уртаҡ булһа, бик ҡыуаныслы күренеш. Әммә ошо ҡағиҙәне үтәйем тип кенә бер нимә лә аңламаған спорт ярышын ҡарарға йәки күңелең ятмаған классик музыка кисәһенә йөрөргә тимәгән. Ниндәйҙер эштәрҙе бергә башҡарған хәлдә лә, һәр кемдең үҙенә генә тәғәйенләнгән буш ваҡыты булыуы яҡшыраҡ. Был ваҡытты ул үҙенә генә арнаймы, йә дуҫтарына бүләме, йә иһә күңеленә ятҡан шөғөлө менән буламы – шәхсән уның ҡарары булырға тейеш.
Икенсе уйҙырма. Һәр кемдең үҙенә генә тәғәйенләнгән эштәре һәм бурыстары бар. Йәмғиәттә ошо фекергә таянып, ир-егеттәр аҡса табырға тейеш, ә ғаиләне бағыу, балаларҙы тәрбиәләү – ҡатын-ҡыҙ эше тигән ҡараш йәшәп килә. Әммә тормош беҙгә йыш ҡына үҙенең сюрприздарын күрһәтеп тора, һәм был көтөлмәгән хәлдәр һәр ваҡытта ла ыңғай ваҡиғаларға бәйле булмай. Ошондай ҡатмарлы мәлдәрҙә ғаилә бурыстары ҡәтғи рәүештә түгел, ә һығылмалыраҡ бүленгән парҙарға тормош һынауҙарын үтеүе еңелерәккә тура килә. Мәҫәлән, ғаиләне финанс яғынан тәьмин иткән ир-егет ҡапыл ғына эшһеҙ ҡалһа, ул яңынан урынлашҡансы, ҡатын-ҡыҙ төп аҡса табыусы булып тора ала. Ҡатыны аҡса эшләгән арала, өй эштәренең бер килкеһен ир кеше үҙ өҫтөнә алһа, был осраҡта дөрөҫ буласаҡ. Был бер нисек тә ир-ат өйҙә ултырырға, гүзәл зат аҡса яғын ҡайғыртырға тейеш тигәнде аңлатмай, ә бары тик шундай уйламаған хәлдәр килеп сыҡҡанда, яҙмыш һынауҙарын икәү-ара бер төптән үтеп, алға барырға кәрәклекте аңғарта.
Өсөнсө уйҙырма. Яҡшы ғаиләләрҙә иреш-талаш, низағтар булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхәсле хәл, ниндәйҙер мәсьәләгә ҡараштарҙың тап килмәүе бер генә парҙы ла урап үтмәй. Ир менән ҡатын бер-береһен нисек кенә яратмаһын, ваҡыты-ваҡыты менән улар араһында ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡ та тыуып тора. Татыу, ныҡлы ғаилә был низағтарҙы еңеп сығыу юлын таба белә, иреш-талаш сыҡҡан осраҡта ла, тормош иптәшенең шәхесенә, төҫ-ҡиәфәтенә ҡағылмай ғына, ошо хәл-ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен ипле һәм нигеҙле итеп еткерергә тырыша.
Был осраҡта бер-береңде тыңлай һәм ишетә белеү бик мөһим. Һәр кем үҙен генә хаҡлы һанап, тамаҡ ярып ҡысҡырыу, йә иһә үпкәләп, көндәр-аҙналар буйы һөйләшмәй йөрөү бер ҙә ғаиләгә татыулыҡ өҫтәмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең арала бер ниндәй ҙә ығы-зығы юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел тип, күрәләтә күңелеңә оҡшамаған нәмәләргә күҙ йомоп, өндәшмәйенсә түҙеп йәшәү ҙә дөрөҫ булмаясаҡ. Түҙемлектең дә сиге була тигәндәй, берәй ваҡыт йыйылып килгән барлыҡ ризаһыҙлыҡ, яҙғы ташҡындай ярҙарынан сығып, юлында осраған барлыҡ нәмәләрҙе емереп, төҙәлмәҫлек эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә низағлашҡан хәлдәрҙә уртаҡ һүҙгә килә белеү, дипломатлыҡ һәләте ҙур әһәмиәткә эйә.
Дүртенсе уйҙырма. Беҙҙең барлыҡ уйҙарыбыҙ ҙа уртаҡ. Әгәр ҙә ошо фекер тормошҡа тура килһә, барлыҡ проблемалар ҙа еңел генә хәл ителер ине. Бәлки, улар бөтөнләй ҙә булмаҫ ине, әммә ғаилә тормошона һәр кемебеҙ ниндәйҙер йәшәйеш тәжрибәһе үтеп килә, был ваҡытҡа инде һәр кемдең билдәле бер холҡо, донъяға ҡарашы һалынған була. Шуға күрә икенсе яртығыҙҙан һеҙҙең менән уй-фекерҙәре, ҡараштары тулыһынса тура килеүен көтөү, уларҙы талап итеү – һис юғында бер ҡатлылыҡ ул.
Ләкин уйҙарыбыҙ тура килмәй тип, бынан ниндәйҙер фажиғә яһарға ла кәрәкмәй. Мәҫәлән, балағыҙҙың киләсәген, уның һайлаясаҡ һөнәрен төрлөсә күрһәгеҙ ҙә, берәү ҙә тап һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ генә дөрөҫ тип гарантия бирә алмай. Ул-ҡыҙығыҙҙың да үҫә килә үҙ тормошона ҡағылышлы шәхси ҡарашы барлыҡҡа киләсәк.
Бишенсе уйҙырма. Тик ғаилә өсөн генә йәшәргә тейешбеҙ. Кемгәлер бәхет өсөн тормош иптәше менән йорт бағып, балалар үҫтереп йәшәү ҙә етә. Әммә был икенсе яртығыҙ ҙа ошо шарттар менән генә ҡәнәғәтләнергә тейеш тигәнде аңлатмай, сөнки ғаилә беҙгә көс, илһам биргән төп сығанаҡ булһа ла, унан тыш дуҫтар-туғандар менән аралашыу, һөнәрҙә танылыу табыу, хобби бар бит әле.
Ғаилә шатлыҡтарына һәм хәстәрҙәренә генә үҙеңде арнап, берәй ваҡыт башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмаған, башҡалар менән бәйләнештәре сикләнгән кешегә әүерелеү ихтималлығы ла бар. Күңел һалып башҡарған эш, яратҡан шөғөл, дуҫтар һәм яҡындар менән аралашыу – беҙҙең тормошто биҙәп торған кәрәкле һәм мөһим күренештәр.
Бәхетле ғаилә – ул йәйҙәрен бергә баҡсаға, диңгеҙ буйына барыу, кистәрен күмәкләшеп телевизор ҡарау ғына түгел, ә ошо хәл-ваҡиғаларҙан, бергә йәшәүҙән, тормоштоң фәҡәт ошолай ағышынан ҡәнәғәт булыу ҙа ул!