XXI быуат башында тылсымлы әҙәбиәт донъяһында иман нурҙарында ҡойоноп йөрәген таҙалаған, бай тормош тәжрибәһе туплаған Лира Яҡшыбаева тигән әҙибә пәйҙә булды.
35 йыл уҡытыусы булып эшләгән, үҙ телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен бөтә нескәлектәренә тиклем белгән, уны үҫтереүҙә үҙенең ҡаҡшамаҫ позицияһы булған милләтебеҙҙең илһөйәр-динһөйәр ҡыҙы бөгөнгө көндә ижады менән иманға сарсаған уҡыусыһының күңелен тулыһынса яулап алды. Авторҙың бөйөк дин эйәләренең илаһи тәржемәи хәле, руханилығы, әхлаҡи һәм этик нормалар нигеҙендә халҡына йоғонтоһо, әүлиәлеге, миһырбанлығы хаҡында яҙған әҫәрҙәре олоһоноң да, кесеһенең дә иғтибарын үҙенә ҡаратты.
Тәүге яҙған “Мөжәүир хәҙрәт” тигән китабы 30 меңдән ашыу тираж менән өс телдә (башҡорт, татар, рус телендә) баҫылып сығып, мосолман донъяһында киң билдәлелек яуланы. Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы “Әүлиә” спектакле республикала аншлаг менән бара. Был әҙибәнең тәүге ижади уңышы булды.
Лира Яҡшыбаева күренекле дин әһелдәре хаҡында “Халҡыбыҙ изгеләре”, “Әүлиәләр аманаты” тигән китаптар сығарып, унда Ғабдулла Сәиди, Сабир Халиҡов, Әбйәлил ишан, Ғатаулла ишан, Шәмсетдин хажи, Ғиниәт мулла, Мөхәмәтша муллалар хаҡындағы хәтирәләрҙе тергеҙҙе һәм хеҙмәте менән халҡыбыҙҙың оло ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, изгеләребеҙ рухтарының фатихаһын алыуға ла өлгәшкәндер, тим.
Бынан тыш әҙибә үҙ ижадында бөгөнгө заман проблемаларын күтәреп сыға, уны хәл итеү юлдарын эҙләй. Кешелектең, йәшәйештең мәғәнәһен, әйләнә-тирә мөхитебеҙгә хужаларса ҡараш, уны һаҡлау, тәләфлеккә юл ҡуймау аша тәбиғәт, кеше, күңел сафлығы, ғүмер кеүек төшөнсәләрҙе беренсе планға сығара. Шуға ла әҫәр геройҙары уҡыусы менән илгәҙәкләнеп, үҙ булып, бөгөнгө заман геройы ролендә асыҡ, ҡыйыу һөйләшә. Был художестволы алымды яҙыусының шәхси, ижади стиле, уңышы тип әйтер инем. Ошо иҫәптән “Бөтәбеҙгә – бер Ер шары” китабына ингән повестар шәлкеме башҡорт прозаһына етди ҡарашлы, үҙ өҫтөнә ауыр миссия йөкмәгән заман яҙыусыһының ныҡлы баҫып килеүен күрһәтә лә инде.
2018 йылда әҙибә китап уҡыусыларға районыбыҙҙың Силсиләләр сылбырына ингән, Ҡотоп йыһан исеменә лайыҡ булған Зәйнулла ишан Рәсүли хаҡында яҙылған “Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” тигән тарихи-биографик романын бүләк итте.
Лира Яҡшыбаева – бәхетле әҙибә: китаптары уҡымлы, уҡыусылары күп. Үҙе әйтмешләй: “Ижадымдың популяр булыуының бер сере – оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүемдә. Туған теленә тоғролоҡ һаҡлаған бер армия уҡыусыларым бар. Улар һәр яҙған әҫәремде уҡып бара”, – ти ул. Тулайым алғанда халыҡ араһында ҡайнап йәшәй, үҙенә генә хас сабыр саялыҡ менән ижад итә, кешелеккә иң мөһим сифаттарҙың береһе һәм тәүгеһе – иманына ҡайтыу юлдарын асыҡлаша. Ҙур, ауыр һәм яуаплы миссияны автор нисек күтәреп киләлер – был үҙенә генә мәғлүм.
Хәҙер яҙыусының сираттағы уңышлы ижад емеше, башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән “Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” (“От Истины в Вечность”) тигән тарихи-биографик романы хаҡында бер кәлимә һүҙ.
Кем һуң Зәйнулла ишан Рәсүлев? Мосолмандарҙың рухи короленә әйләнгән, Силсиләләр сылбырына ингән арҙаҡлы дин әһеле, ғалим һәм иман тәғлимәттәрен өләшеүсе тарихи шәхесте, меңәрләгән тираж менән сыҡҡан китаптарының таралып бөтөүенә ҡарағанда, бөгөн беҙҙә һәр кем беләлер.
Тәү сиратта, авторҙың киң мәғлүмәтле булыуы хайран итә: ул Зәйнулланың сабый сағынан алып ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем үҙе күреп, белеп торғандай итеп яҙа алыуға өлгәшкән.
Ишандың атаһы Хәбибулла хәлфә уландарын – Фәтхулла менән Зәйнулланы бала саҡтарынан үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырып үҫтерә. Тура килгән һайын ата-бабалары хаҡында һөйләп аңлата: “Беҙҙең тамырыбыҙ тәрәндән һут ала, бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙ бар”, – ти ул. Беҙ әҫәрҙә ата-бабалар аманатының йәш быуынға ошо күсәгилешлеген күрәбеҙ. Хәбибулла хәлфә балаларында белемгә ынтылыу, яҡтыға, үргә юл ярыу теләген көсәйтә. Аллаһының рәхмәтенән еребеҙгә илаһи ҡөҙрәт эйәһе булып килгән Зәйнулла үҙенең нәҫеле тамырынан, изгеләребеҙ рухынан көс алып, уйсан, аҡыллы, инсафлы булып үҫә.
Троицк ҡалаһы. Мәҙрәсәлә белем алыу, бихисап дин әһелдәре менән яҡындан танышыу, төрлө китаптар донъяһында йөҙөп уҡыу, донъяны, дини тәғлимәтте танып белеүгә ынтылыштары хаҡында яҙыусы ихлас тасуир итә. Зәйнулла Рәсүлевтең Аҡмулла менән бер заманда уҡыуы, дуҫ, фекерҙәш булыуы художество алымдар ҡулланылып, ентекле тасуирлана. Әлегә тиклем Аҡмулла ижадын өйрәнеп, уның хаҡында хеҙмәт яҙған ғалимдар өсөн дә был дуҫлыҡ, ниндәйҙер кимәлдә, яңылыҡ булып торалыр. Ике бөйөк шәхестең тормошо художестволы йәһәттән уңышлы хәл ителә. Әҫәрҙән беҙҙең аңыбыҙҙа шундай тәьҫир ҡала: улар икеһе лә йәшәйештәре менән үҙҙәренә рухи һәйкәл ҡойған! Зәйнулла хәҙрәттең Аҡҡужа ауылы халҡына хеҙмәте – сикләнмәгән бер хәрәкәт символикаһы. Сикһеҙ абруйы, исем-шәрифе, дини ҡанундары аша яҙыусы Зәйнулланың шәхси тормошон да актуаль темаға – ғаилә ҡорона, уның ишлелегенә, татыулығына, мөхәббәт төшөнсәһенә ышандырғыс бәйләй алған.
Әҙибә, үҙе хажиә булараҡ, Зәйнулла ишандың хаж ҡылыуы, уның ике тапҡыр Мәккәгә барыуы хаҡында бик ентекләп яҙыуға өлгәшкән.
Романда Зәйнулла ишандың туғыҙ йыл төрмәлә ултырып ҡайтыуы ла ышандырырлыҡ итеп тасуирлана. Әйтерһең, автор шул саҡта уның менән бергә йөрөгән дә барыһын үҙ күҙҙәре менән күреп тороп, шуларҙы яҙған. Зәйнулла ишандың нисек итеп кеше йөрәгенә юл таба белеүен, төрмәлә ултырыусыларҙың уй-хистәренә тәьҫир итә, хатта арыҫландарҙы тыңлата алыуын ышандырырлыҡ итеп тасуирлай алған.
Төрмәлә ултырған сағында үҙенең Аллаһтан бирелгән илаһи ҡөҙрәте арҡаһында киң билдәлелек яулаған шәхесте иленә ҡайтыу менән Троицкиҙың 5-се мәсетенә имам-хатип вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул саҡтарҙа төрмәлә ултырып ҡайтҡандарҙы “каторжник” тип атап, ныҡ ситләткән булғандар. Ә Зәйнулла ишанды, киреһенә, ҙурлап ҡаршы алалар. Был бик һирәк күренеш.
Ишандың төрмәлә ултырған сағындағы тәрән ғилеме, әүлиәлеге, һынсыллығы, инсафлығы, һәләтенең асылы ғәжәпләнерлек, хатта ышанмаҫлыҡ һымаҡ. Әммә әҫәр барышында яҙыусы Зәйнулла ишандың бындай сифаттарына уҡыусыны инандыра. Шул саҡлы сикһеҙ ҡатмарлы, ғәләмәт серле эске донъяны асып биреү әҫәрҙе мөкиббән китеп уҡымлы итә. Был сифат дини ҡанундарҙы белгән, күңеле менән Аллаһтың барлығына, берлегенә инанған ҡәләм оҫтаһына ғына бирелергә мөмкин, тип уйларға ҡала. Уҡыусы алдында төрмә начальнигын, губернаторҙы һәм Рәсәй хакимлығын да баш эйҙергән Зәйнулла ишандың мөһабәт диндар образы пәйҙә була. 3. Рәсүлевтең шәхес, ижтимағи, дини эшмәкәрлеге, тулайым образы һине уйландыра, бәхәскә саҡыра, иманға килеү юлдарын яҡтырта, шундай кешенең халҡыбыҙ улы булыуы сикһеҙ ғорурландыра ла!
Лира Яҡшыбаева халҡыбыҙҙың мәшһүр улы хаҡында ике бүлектән торған ҙур күләмле әҫәр яҙа. Автор был тарихи-биографик романы менән милли әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына әйләнерлек хеҙмәт башҡарҙы.
Тиҫтә-тиҫтә күренекле шәйех, имам-хатиптарҙың изге, фиҙакәр тормош юлын һәм эшмәкәрлеген яҡтыртып, шулар араһында иң- иңдәрҙең тәүгеһе – Зәйнулла шәйех Рәсүлевкә булған бындай итәғәтле ихтирам, был шәхесте Ирәмәл тауындай ҙурлап, күтәреп сығыу Лира Миңләхмәт ҡыҙының талымһыҙ ижад итеүенә бәйләнгән. Бындай изге эшмәкәрлек республика кимәлендә лә үҙенең лайыҡлы баһаһын алырға тейештер, тип уйлайым. Беҙ, учалылар, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына “Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” тарихи-документаль романын тәҡдим итәбеҙ. Районыбыҙҙан сыҡҡан абруйлы шәхесте яҙыусы үҙ халҡыбыҙға ғына ҡайтарып ҡалманы, хатта бөтә мосолман донъяһына танытты.
Халҡыбыҙҙың рухи күперҙәрен китап уҡыусылар менән тоташтырған әҙибәгә артабан да сәләмәтлек, ижад бураҙналарының тағы ла тәрәнерәк, һутлыраҡ булыуын, әҙәбиәттең Ирәмәлдәй армыт-армыт үрҙәрен шундай саялыҡ менән яулауын теләйек!