Томат һутындағы помидорҙар
Өс литрлыҡ банка өсөн кәрәк:
Помидор – ике килограмм;
Томат һуты – бер литр;
Лавр япрағы – ике-өс дана;
Йомро ҡара борос – 10 бөртөк;
Тоҙ – бер аш ҡалағы;
Шәкәр ҡомо – биш аш ҡалағы.
Банкаларҙы стерилләйбеҙ. Помидорҙы йыуырға, банкаға һалырға ла, ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡастар менән ябырға. 15-30 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Томат һутын ҡайнатабыҙ, лавр япрағы, борос, шәкәр, тоҙ һалабыҙ һәм талғын утта 15 минут ҡайнатабыҙ. Банканан һыуҙы ҡойорға һәм ҡайнап торған һут тултырырға кәрәк. Банканы ныҡлап ябабыҙ, әйләндереп йылы әйбергә төрәбеҙ һәм тулыһынса һыуынғансы ҡалдырып торабыҙ.
Тоҙло ҡыяр менән помидор
Был рецепт буйынса маринадлаһағыҙ, ҡыяр менән помидор әсе килеп сыға.
Өс литрлыҡ банка өсөн кәрәк:
Ҡыяр – бер-ике килограмм;
Помидор – бер-ике килограмм;
Петрушка тамыры – 20-25 г;
Ҡуянтубыҡ (пастернак) тамыры – 20-25 г;
Йомро борос – биш бөртөк;
Ҡәнәфер – өс бөртөк;
Укроп башы – бер-ике дана;
Сейә япрағы – өс-биш дана;
Керән тамыры – 50 грамм;
Әсе борос – бер дана,
Һарымһаҡ – өс-биш бөртөк.
Бер литр маринад өсөн:
Тоҙ – ике аш ҡалағы;
Шәкәр – өс аш ҡалағы;
Туғыҙ процентлы аш һеркәһе – 130 миллилитр.
Стерилләнгән банканың төбөнә һарымһаҡтан башҡа үләндәрҙе һәм тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Өҫтөнә ҡыяр, унан – помидор һәм әсе борос. Ҡайнар һыу ҡоябыҙ, ҡапҡас менән ябып, 15-30 минутҡа ҡалдырабыҙ. Аҙаҡ һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа унан ҡайнар маринад әҙерләйбеҙ. Банкаға һарымһаҡ һалабыҙ ҙа әҙер маринадты ҡоябыҙ. Тимер ҡапҡас ябып, әйләндереп, йылы әйбергә төрөп ултыртып ҡуябыҙ.
Йәшел помидорҙан икра
Ҡайһы бер кешеләр йәшел помидорҙы ла бик ярата. Уны шулай уҡ тоҙларға, маринадларға, төрлө салат яһарға була. Әле иғтибарығыҙға йәшел помидорҙан икра тәҡдим итәбеҙ.
Бер килограмм йәшел помидорға 300 грамм кишер, 300 грамм татлы борос, өс лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос, биш ҡәнәфер кәрәк. Шулай уҡ бер аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, 25 миллилитр аш һеркәһе һәм 350 миллилитр үҫемлек майы алабыҙ.
Бөтә йәшелсәне лә ит турағыс аша үткәрәбеҙ, тоҙ, шәкәр, май өҫтәп, биш сәғәткә һалҡынса урынға ҡуябыҙ. Аҙаҡ уртаса утта ҡайнауға еткерәбеҙ ҙә 30 минут быҡтырабыҙ. Тәмләткестәрҙе махсус моҡсайға һалып, тағы 30 минут быҡтырабыҙ. Аҙаҡ тәмләткестәрҙе алып ташлайбыҙ, һеркә ҡушабыҙ һәм ҡайнатып алабыҙ. Икраны стерилләнгән банкаларға һалабыҙ, ныҡ итеп ҡапҡас ябабыҙ һәм әйләндереп, төрөп ҡуябыҙ. Тулыһынса һыуынғас, 15 көнгә һалҡын, ҡараңғы урынға ҡуйыу шарт.