Новости
15 Сентябрь 2020, 08:38

Карта уңайлы булһа ла...

Минең ризалығымдан тыш, банк картаһынан аҡса алғандар. Уны кире ҡайтарып буламы?З. ДӘМИНЕВА.Белорет ҡалаһы.

2011 йылдың 27 июнендә ҡабул ителгән “Милли түләүҙәр системаһы тураһында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына ярашлы, финанс ойошмаһы үҙенең клиенттарын уларҙың банк карталарына бәйле барлыҡ операциялар хаҡында ла смс-хәбәр йәки электрон почта, интернет-банк аша иҫкәртергә бурыслы.

Әгәр үрҙә әйтелгән талап үтәлмәһә, банк клиенттың риза­лығынан тыш алынған аҡсаны уға кире ҡайтарырға тейеш. Бынан тыш, клиент, үҙенең карта­һынан аҡсаның алыныуы хаҡын­да белеп, ваҡытында был хәлгә дәғүәһен финанс ойошмаһына белдергән осраҡта ла ошондай уҡ талаптың үтәлеүе зарур.

Шуға әгәр банк картаһынан аҡсағыҙҙың алыныуы хаҡында белеп ҡалһағыҙ, тәү сиратта был операцияны үҙегеҙҙең атҡарыу-атҡармауығыҙҙы тикшерегеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер осраҡта магазинда тауар йәки аҙыҡ-түлек һатып алғанда банк картаһынан түләгәндә аҡса иҫәптән тиҙ генә алына һалмай. Бының өсөн хатта бер нисә көн үтеүе ихтимал.

Әгәр картағыҙҙы ризалығы­ғыҙҙан тыш файҙаланыуҙарын асыҡлаһағыҙ, был хаҡта тиҙ генә, ошо операция тураһында һеҙгә мәғлүмәт килгән көндә үк, финанс ойошмаһына хәбәр итегеҙ. Әйткәндәй, бының өсөн банк картаһының артында финанс ойошмаһы менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон күрһәтелгән. Шулай итеп, операторға шылтыратып хәбәр итергә һәм картаны блокировкалауҙы һорарға кәрәк. Ошонан һуң банк бүлексәһенә барып, үткәрелгән операцияға ризаһыҙлығығыҙҙы белдереп, ғариза яҙыу зарур. Банк уны – 30, халыҡ-ара операция атҡарылған осраҡта иһә 60 көн эсендә ҡарарға тейеш.
Шулай итеп, ғаризағыҙ буйын­са ыңғай ҡарар ҡабул ител­һә, аҡса банк картаһына йәки һеҙ ға­ризағыҙҙа күрһәткән иҫәпкә күсереләсәк. Бынан тыш, банк кар­та­ғыҙға бәйле мутлыҡ ҡылы­ныуы хаҡында белһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/karta-u-ayly-bul-a-la-/
Читайте нас