Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Сентябрь 2020, 08:47
Фотограф шымсымы, ҡорбанмы?
Италияла фажиғәле һәләк булған Өфө моделе хаҡында хәбәрҙәр көндән-көн ҡуйыра бара.
Мәғлүм булыуынса, 33 йәшлек Галина Ф. 5 сентябрҙә Сардиния утрауы эргәһендә батып һәләк булған.
Был урынға ул Лондондан килгән фотограф Ев Таранов менән, йәнәһе, фотосессия үткәрергә барған. Әммә ҡуртымға алынған резина кәмә менән ярҙан ситкә киткәс, улар көслө тулҡынға эләккән һәм кәмәнән ҡолаған. Яҡташыбыҙ батып үлһә, уның юлдашын осраҡлы үтеп барған карап моряктары ҡотҡарған.
Әлеге ваҡытта ирҙе кешене осраҡлы рәүештә үлтереүҙә ғәйепләйҙәр, ул һаҡ аҫтында, Италиянан сыға алмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был серле ваҡиғаның шаһиттары юҡ: ваҡиға хаҡында тап Ев Таранов һөйләүе буйынса ғына билдәле. Ә ул дөрөҫтө һөйләйме, алдаймы, кем белә?
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, билдәле фотограф Татьяна Ланцова иһә был хәлдә криминаль эҙ булыуына инана.
"Кәмәлә ысынбарлыҡта нимә булғанын мотлаҡ асыҡларға кәрәк. Фотографтың ниндәйҙер үҙ планы булғандыр тип уйлайым, сөнки, ғәҙәттә, ундай локацияла һәм резина кәмәлә фотосессия үткәрмәйҙәр".
Өфө ҡыҙы Галина Ф. Playboy һәм Penthouse кеүек билдәле ирҙәр журналдары өсөн фотоға төшкәне мәғлүм. Йәш ҡатындың фажиғәле вафаты яҡындарын һәм хеҙмәттәштәрен шок хәлендә ҡалдырһа, the Sun Британия таблоиды Галинаның тап Сардинияла юҡҡа йөрөмәүен белдергән, ошо урындан йыраҡ түгел НАТО полигоны урынлашыуын, бында шпион эҙҙәре булыуы ла мөмкинлеген яҙып сыҡҡан.
Фото: aif-s3.aif.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Fotograf-shimsimi--orbanmi-453561/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"