Кәрәк:
Тышы һары ҡыярҙар,
Бәләкәй сөгөлдөрҙәр,
һарымһаҡ, маринадлау өсөн тәмләткестәр (борсаҡ ҡара борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, гәрсис, укроп орлоғо), тоҙ, шәкәр, уксус(9%).
Эш барышы:
Сөгөлдөр менән ҡыярҙы бер иш күләмдә алырға. Сөгөлдөрҙө 10 минут ҡайнатырға һәм тышын әрсергә. Ҡыярҙың да тышын әрсергә һәм ҡайнар һыуға тығып алырға. Өс литрлыҡ банкаға сама менән 5 сөгөлдөр китә. Ҡалғаны-ҡыяр. Банкаларҙы тултырғас, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға. 3 минуттан маринадты кәстрүлгә ҡойоп алып яңынан ҡайнатырға. Банкаға тәмләткестәр һалырға. Ә маринад әҙерләү һыуына тоҙ, шәкәр, уксус ҡушырға һәм ҡайнатырға.Аҙаҡ ҡайнар килеш банкаға ҡойоп, эҫе һыуҙа тотолған тимер ҡапҡас менән ябырға һәм баштүбән ҡуйырға. Өҫтөнә сепрәк ҡаплап 4-5 сәғәт тоторға һәм әйләндереп, һыуытырға. Һыуытҡыс йә баҙҙа һаҡларға.
Маринад:(1 литр һыуға)
тоҙ-2 аш ҡалаҡ
шәкәр - 3 аш ҡалаҡ,
уксус - 3 аш ҡалаҡ.
Бер банкаға яҡынса 2 литр маринад китә.
Был ҡыяр менән сөгөлдөр - төрлө турамаларға, борщҡа, гарнирға һәм былай ғына ашауға бик тәмле.
Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар)
Өфө.Баҡса.Автор: Эльмира Киеккужина.https://hakmar.rbsmi.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/i-il-iyar-443775/