Тәүге план буйынса, Рөстәм боҙло тау башына махсус санаға ултырып күтәрелергә тейеш ине. Тик урынға барып еткәс, ниәте үҙгәрә. һәм яҡташыбыҙ тау башына үҙ ҡулдарында менергә ҡарар итә. Һис шикһеҙ, был бик ныҡ ауыр була. Ләкин Рөстәм бирешмәй, маҡсатына өлгәшә.