Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Сентябрь 2020, 08:15
Елмерҙәктән осҡан водитель кемдәргә һоҡлана һәм рәхмәтле?
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылындағы күперҙең бетонына эленеп торған “Беларусь” тракторын үҙ күҙҙәрем менән күреп шаҡ ҡатҡайным. Ошо ваҡиғаға күп тә үтмәне, “Өфө – Белорет” автомобиль трассаһының иң хәүефле Елмерҙәк һыртынан фураның аҫҡа тәгәрәүен ишетеп, сәстәр үрә торҙо!
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, халыҡ теле менән әйткәндә, "дальнобойщик" тауҙан аҫҡа табан төшөп килгәндә, нәҡ киҫкен боролошта идараны юғалтып, упҡынға осҡан. Дөрөҫөрәге, машинаның тормозы тотмаған. Бәхеткә күрә, водитель иҫән-һау. Ул ошо көнгә тиклем “ҡорос аты” янында булды, бер ҡайҙа ла китмәне. Фура үҙенеке, страховкаланған. Билдәле булыуынса, кисә уны тау аҫтынан һөйрәп сығарҙылар.
Ә уға тиклем, водитель аҫҡа осҡан транспортында "йәшәп" ятҡанда, мин дә эргәһенә барып киттем. Бәләгә тарыған ватандашыбыҙ янынан нисек туҡтамай, тыныс үтеп китәһең инде? Билдәһеҙ кешенең янына төшөп хәл белештем, аҙыҡ-түлек тултырылған сумка ҡалдырҙым.
Яңы танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул водителдәрҙең теләктәш булыуына, был яҡ халҡының ярҙамсыллығына хайран ҡалған, барыһына ла рәхмәтле. Көн дә ҡайнар аш ашамаһа ла, консерва, бутерброд, бәлеш кеүек ашамлыҡтар менән туҡлана, ас түгел. Тиҙлекте сәғәтенә 30 километрҙан арттырмаған, көтмәгәндә ҡапыл машина үҙенән-үҙе шәп киткән. Нисек кенә тырышмаһын, йөк тейәгән “ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлай алмаған, ул аҫҡа һөйрәгән. Артабан барыһы ла күҙ асып йомғансы булған.
Аллаға шөкөр, күлдәктә тыуғандыр был водитель. 100 метр түбәнгә ос та иҫән ҡалсы әле!..
"Хоҙай аралағандыр, Аллаһ Тәғәләгә мең рәхмәтлемен", – ти Мәйес Мамадов.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Илдар Акьюлов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Elmer-kt-n-os-an-voditel-kemd-rg--o-lana--m-r-hm-tle-449636/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"