Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Сентябрь 2020, 07:50
"Барыһын да сүплектән алам..."
Һуңғы ваҡытта донъяла Америкала башланғыс алған фриганлыҡ тигән хәрәкәт йылдам үҫешә икән. Сит телдән тәржемә иткәндә, ул "бушлай" тигәнде аңлата.
Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 20 йәшлек Диана үҙен йәш фриган тип таныштыра. Ул фәҡәт сүп-сар һауыттарында тапҡан аҙыҡ-түлек менән туҡлана.
"Ризыҡ ҡына түгел, яҡшы әйберҙәрҙең барыһын да алам: кейем-һалым, хатта көнкүреш техникаһын да. Ризыҡтың файҙаланыу ваҡыты үткәндәренән башҡа нимәләр әҙерләргә була. Мәҫәлән, кефирҙан сыр яһайым. Кейем-һалымды һатам йәки алмаштырам".
Диана магазиндарға гигиена кәрәк-ярағы һәм ашамлыҡтар өсөн тәмләткестәр һатып алырға ғына бара икән. Ҡалғандарҙың барыһын да супермаркет янындағы сүп-сар һауыттарынан таба.
Фригандар белдереүенсә, уларҙың аҡсаһы юҡ түгел, әммә был хәрәкәткә ҡушылғандар йәмғиәткә тормошобоҙҙағы бер нисә проблемаға күҙ ташларға саҡыра. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, кәрәкме-түгелме, күпләп кейем һатып ала, аҙаҡ уны оҡшатмайынса, сүплеккә хаҡы яҙылған ярлығын да өҙмәйенсә ырғыта. Шулай уҡ күпме аҙыҡ-түлекте алып, уны ҡулланмай исрафлай, аҙаҡ сүп контейнерҙарына ырғыта. Бындай күренеш күпселек аҙыҡ-түлек магазиндары, атап әйткәндә, ҙур супермаркеттар янында күҙәтелә.
Фригандар хәрәкәтенә ҡушылғандарҙы берәүҙәр аҡларға тырыша, икенселәр ҡаты тәнҡитләй...
Фото: lozhka-povarezhka.ru
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Bari-in-da-s-plekt-n-alam-453068/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"