3 литрлыҡ банкаға һыйған тиклем киҫәкләп ҡырҡылған ҡарбуз, 60 гр шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 5 гр лимон кислотаһы, 2 л һыу алына.
Башта ҡарбузды яҡшылап йыуып алабыҙ. Тыштағы йәшел ҡабығын әрсейбеҙ. Банканың ауыҙына һыйырлыҡ итеп ҡарбузды ҡырҡҡылайбыҙ. Орлоҡтарынан таҙартабыҙ.
Банкаға туралған ҡарбузды теҙеп һалабыҙ (әммә өҫтөнән баҫытырырға ярамай). Ҡайнар һыу менән банканы тултырабыҙ. 10-15 минут үткәс, һыуын һауытҡа ҡойоп (түгеп), йәнә ҡайнатабыҙ. Ҡарбузға йәнә ҡойоп, 10-15 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һыуын ҡойоп, рассол ҡайнатабыҙ. Бының өсөн тоҙ, лимон кислотаһы һәм шәкәр һалып, ҡайнатып алабыҙ.
Әҙер рассолды ҡарбуз өҫтөнә ҡойоп, ҡапҡасын нығытабыҙ. Бер айҙан тәмләп ҡарарға ла була.
Автор: Эльмира Киеккужина.
Фото сығанағы: Depositphotos.
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/arbuz-konservalau-436197/