“Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, тормошомдоң ҙур өлөшө эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм – үҙ-үҙем менән көрәш.
Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, барыбер эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шарапҡа үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙең аңлап ҡабул итеүе лә кәрәк.
Етеш ғаиләлә үҫтем, атайым етәксе булды, әммә ныҡ эсә ине. Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел: ике юғары белемем бар, сит телдәрҙә иркен аралашам, заманында юғары вазифа ла биләнем. Тик эскелекте еңә алманым, “йәшел йылан” һаҙлығының иң төбөнә төштөм, күрмәгәнемде күрҙем, күпме яҡындарымды, дуҫтарымды юғалттым...
Һуңғы тиҫтә йылда бөтөнләй эсмәйем. “Ысҡынғаның” булманымы, тиерһегеҙ. Булды, бынан өс йыл элек тағы рюмкаға үрелгәйнем, туҡтарлыҡ көс тапманым. Тағы ла тәртипһеҙ тормошҡа, көн менән төн алмашынғанын аңламаҫлыҡ хәлгә ҡайттым. Араҡыға бик тә ҡарамаҫ инем, булмай, был теләк минән күпкә көслөрәк булып сыҡты.
Аноним алкоголиктар ойошмаһына рәхмәт – “бәләләш” дуҫтарым тағы бер тапҡыр һаҙлыҡтан сығырға ярҙам итте, ҡотҡарыу ҡулын һуҙҙы”, – тип һөйләгәйне А.
Эйе, бындай тарихтар меңдәрсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай геройҙарҙың күбеһе “йәшел йылан” һаҙлығынан сыға алмай, йәшәү йәмен юғалта, ә бәғзеләре яҡты тормош менән хушлаша.
Әйткәндәй, 11 сентябрҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостандың статистика идаралығы республикала эскелеккә бәйле үлем статистикаһын иғлан иткән. Һандарға күҙ һалайыҡ.
2019 йылда республикала 744 кеше – 519 ир һәм 225 ҡатын спиртлы эсемлектән вафат булған. Был бит тотош бер ҙур ауыл юҡҡа сыҡҡан тигән һүҙ!
Ғүмере өҙөлгәндәрҙең 706-һы, йәғни 94,9 проценты 70 йәшен уҙмаған, тимәк, был кешеләр ваҡытынан алда яҡты донъя менән хушлашҡан. Эскенән үлгәндәрҙең уртаса йәше – 51.
Ошо сәбәптән үлем йышлығын (100 мең кешегә 18,4 тура килә) инфекциялы сирҙәрҙән үлгәндәр (22,2), үҙ-үҙенә ҡул һалғандар (18,2), юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булғандар (12,7) менән сағыштырырлыҡ.
Алкоголгә бәйле үлем сәбәптәренә килгәндә, иң йыш осраған диагноздар түбәндәгеләр:
– алкоголь кардиомиопатияһы (йөрәк мускулы боҙолоуы) – 390 кеше үлгән;
– алкоголь менән ағыуланыу – 190 кеше;
– алкоголь этиологияһына бәйле аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән – 130 кеше.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер кем дә махсус рәүештә “алкоголик булам” тип араҡыға үрелмәй, бер кем дә үҙенең билдәле сикте ҡасан уҙырын белмәй, әммә йәшәү рәүешен үҙгәртеү, яҙмышыңды үҙ ҡулыңа алыу бары кешенең үҙенән тора!