Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Сентябрь 2020, 06:48
Республика Башлығы башланғысты хупланы
Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән фермер Фирҙәүес Хәлимов менән осрашты. Эшҡыуар киләсәктә мал һуйыу пункты менән берлектә ит продукцияларын эшкәртеү цехы төҙөргә планлаштыра. "Хәләл" билдәһе аҫтында сығасаҡ ит ризыҡтарын йылҡы һәм һыйыр итенән етештереү ҡарала. Төҙөлөштөң хаҡы яҡынса 15 миллион һум күләмендә баһалана.
Радий Хәбиров фермерҙың башланғысын хупланы. Башҡортостанда техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға, шулай уҡ мал һуйыу пункты төҙөүгә сығымдарҙың яртыһын субсидиялау буйынса республика программалары эшләүен билдәләне һәм уның менән файҙаланырға кәңәш итте.
Фирҙәүес Хәлимов оҙаҡ йылдар нефтсе булып эшләгән, аҙаҡ тыуған төйәгенә ҡайтып, фермерлыҡ эшенә тотонған, 2015 йылда үҙ хужалығын булдырған. Бөгөн фермерҙың 305 баш йылҡы малы бар, шуның 174-е - һауын бейәләре. Шулай уҡ ферма, һауын бинаһы, һөт эшкәртеү цехы бар. Радий Хәбиров ул етештергән ҡымыҙҙы эсеп ҡарағас, уның яҡшы сифатлы икәнен билдәләне.
- Тәмле лә, файҙалы ла, - тине төбәк Башлығы.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Respublika-Bashli-i-bashlan-isti-huplani-447483/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"