Новости
10 Сентябрь 2020, 12:59

Эшһеҙ граждандар сентябрҙә балаларға түләүҙәр ала

Эшһеҙ граждандар сентябрь айында бәлиғ булмаған һәр балаға түләү ала.

Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Балаһы булған һәр эшһеҙ эшһеҙлек буйынса пособиеға 3 мең һум алырға тейеш. Түләүҙәр билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип танылған һәм 18 йәшкә тиклемге балалары булған 2,8 миллионға яҡын кешегә өҫтәмә социаль ярҙам булып тора.
Ошо маҡсатҡа аҡса – 8,5 миллиард һум – федераль бюджеттан бүленә.
Читайте нас