Новости
10 Сентябрь 2020, 06:46

Баймаҡтарға - боҙ һарайы, тренерҙарға - сертификат

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районына юлланды. Төбәк Башлығы райондың бер нисә ауылында булды, уларҙың халҡы менән осрашты, проблемалы мәсьәләләләрҙе хәл итергә һүҙ бирҙе.

Баймаҡ ҡалаһы менән танышыу барышында Радий Фәрит улы ҡаланың "Еңеү" паркында булды. Былтыр асылған "Еңеү" паркы баймаҡтарҙың иң яратҡан урынына әйләнгән. Бында ата-әсәләр балалары менән рәхәтләнеп ял итергә килә: уйын майҙансыҡтарында кескәйҙәр уйнай, ата-әсәләр үҙ-ара аралаша, спорт менән шөғөлләнә. Форсаттан файҙаланып, Радий Хәбиров паркка балаларын алып килгән ата-әсәләр менән аралашты, уларҙы борсоған мәсьәләләргә яуап бирҙе.
Артабан республика Башлығы Баймаҡта төҙөләсәк Боҙ һарайы проекты менән танышты, төҙөлөш буласаҡ урынды ҡараны. Әйткәндәй, Радий Хәбиров өс тренерға 600 мең һумлыҡ сертификаттар бирелеүе хаҡында ла белдерҙе.
Фото: "Һаҡмар" гәзите сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bayma-tar-a-bo--arayi-trener-ar-a-sertifikat-447655/
Читайте нас