Туризмды үҫтереү үҙәге республика хөкүмәте тәҡдиме менән булдырыла, тиелә документта. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты. Яңы ойошма әҙер уставты ведомствоға ташырырға һәм уны Юстиция министрлығында теркәүҙе тәьмин итергә тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙрановҡа йөкмәтелгән.
Республикала бындай үҙәк бар ине. Уға йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Артур Иҙелбаев етәкселек итте, ул 2019 йылдың авгусында вазифаһын ҡалдырҙы. Һуңынан ойошма ла бөтөрөлдө.